-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Ғинуар 2019, 17:42

Биатлон ярышы үтте

Районда быйыл икенсегә үткән традицион уҡ атыу буйынса арчери-биатлон ярышы совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуҙың 30 йыллығына һәм Ҡар көнөнә арналды.

Бәйгелә ҡатнашыусылар 3 төркөмдә: ирҙәр (5 км), егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар (3-әр км) ярышты. Уларға дистанцияны тиҙ үтеү менән бергә уҡ атыуҙа ла мәргән булырға кәрәк ине. Юғиһә, сәпкә теймәгән осраҡта, өҫтәлмә рәүештә тағы ла күпмелер саҡырым йүгерергә тейеш булалар. Күп кенә саңғысылар уҡ атыуҙы ярайһы уҡ үҙләштереп, һәйбәт һөҙөмтәләр күрһәттеләр.

Ирҙәр араһында 1-се урынға Рөстәм Мөхәмәтйәнов, 2-сегә – Фаил Ғафаров, 3-сө урынға Илнур Кейекбаев, ҡатын-ҡыҙҙарҙан 1-се урынға Виолетта Алтынбаева, 2-сегә – Лиана Хәкимова, 3-сө урынға Розалия Дәүләтбаева лайыҡ булды. Егеттәр араһында 1-се урынды Георгий Афанасьев, 2-сене – Илдус Ураҙғолов, 3-сө урынды Илназ Алтынбаев алды.

Ярышты ойоштороу инициативаһы менән сығыш яһаған сик һағы ветерандарының “Граница” РОО-һының район бүлексәһе һәм “Мәргән уҡсы” хәрәкәте ағзаларына район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт секторы, “Красноусол” шифаханаһы булышлыҡ итте.

Ҡатнашыусыларға Маҡтау грамоталары һәм миҙалдарҙы ветеран-афғансы Ринат Рәхмәтуллин һәм сик һағы ветерандары тапшырҙы.


Читайте нас: