+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Февраль 2019, 16:30

Яугир иҫтәлегенә ярыш

Шәмбе көнө Красноусолдағы 3-сө мәктәптә 1933-1938 йылдарҙа уҡыған, 1942 йылда Сталинград һуғышында геройҙарса һәләк булған Василий Иванович Воробьев призына район-ара волейбол ярышы үтте.

Көсөргәнешле бәйге һөҙөмтәләре буйынса Ауырғазы районының Талбазы ауылы волейболсылары 1-се, сәйетбабалар – 2-се, красноусолдар – 3-сө, юлыҡтар 4-се урындарға лайыҡ булды.

Ярышты уҙғарыуҙа ярҙам күрһәткән бағыусылар: “Урожай” КФХ-һы (етәксеһе – Нәжип Хисаметдинов) һәм ШЭ “Фоминдар” предприятиеһына, 3-сө мәктәп директоры А.С.Рудкевичҡа спортсылар рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.

Еңеүселәр миҙалдар һәм Дипломдар менән бүләкләнде.
Читайте нас: