+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Февраль 2019, 13:50

“Рәсәй саңғы юлы – 2019”

Уҙған шәмбелә илебеҙҙең барлыҡ төбәктәрендә лә Бөтә Рәсәй “Рәсәй саңғы юлы – 2019” ярыштары уҙҙы. Сараға районыбыҙҙың спорт һөйөүселәре лә әүҙем ҡушылды. Был спорт төрөн үҙ иткән төрлө йәштәге һәм төрлө һөнәр эйәләре саңғыға баҫты. Элекке телевыш-ка янындағы саңғы трассаһына район хакимиәте ярҙамы менән яҡтыртҡыстар ҙа урынлаштырылған.

10 километрға уҙышҡан ир-егеттәр араһында Илдус Уразғолов финиш һыҙығын тәүгеләрҙән булып үтеп, еңеү яуланы. Унан саҡ ҡына ҡалышып килгән Фаил Ғафаровҡа 2-се урын менән сикләнергә тура килде. Георгий Афанасьевҡа 3-сө урын бирелде. Ҡатын-ҡыҙҙар 5 саҡрымға ярышты. Улар араһында урындар ошолай билдәләнде: Лиана Хәкимоваға – 1-се, Ангелина Александроваға – 2-се, Розалия Дәүләтбаеваға 3-сө урын. Үҫмерҙәр – 5, ҡыҙҙар 3 саҡрымға уҙышып, Сергей Афанасьев менән Азалия Әбделмәнова - 1-се, Егор Ергунов менән Әлиә Йәнбәкова 2-се урын яуланы. Өлкән йәштәге спорт ветерандарынан 5 километр араны елдәй елеп үткән Ғайса Кейекбаев 1-селекте ҡулынан ысҡындырманы, Мөхәмәт Хисаметдиновҡа – 2-се, Николай Николаевҡа 3-сө урын бирелде.

Ойоштороусылар ярышҡа яуаплы әҙерләнгән – еңеүселәргә Диплом һәм бүләктәр тапшырылды.
Читайте нас: