+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Март 2019, 16:31

Еңеүгә бер аҙым

Ҡырмыҫҡалы районының Прибельский ауылында волейбол буйынса республика турниры 2001 йылғы һәм унан бәләкәйерәк ҡыҙҙар араһында үтте.

Унда республиканың 6 районынан, шул иҫәптән беҙҙең райондан да командалар ҡатнашты. Беҙҙең ҡыҙҙар Ҡырмыҫҡалы районының икенсе командаһын ышаныслы еңгәндән һуң, сәмле ярышта Ауырғазы командаһын да артта ҡалдырҙы. Көсөргәнешле барған финал уйынында районыбыҙ командаһы Ҡырмыҫҡалы районының беренсе командаһы менән осрашты. Һөҙөмтәлә хужалар беренсе, беҙҙең ҡыҙҙар икенсе урынды алды. Өсөнсө урында Ауырғазы командаһы булды.

Турнирҙың иң яҡшы уйынсылары тип Наҙгөл Дәүләтбаева (КБГИ), Вероника Сибәғәтуллина һәм Розалина Хәкимова (Красноусолдағы 3-сө мәктәп) табылды.

Ярышта уңышлы сығыш яһаған командабыҙҙы ҡотлайбыҙ, тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәргә өлгәшеүҙәрен теләйбеҙ.
Читайте нас: