Уны “Сәләмәт быуын – көслө төбәк” проекты сиктәрендә булдырылған 4 “Б” спорт класы уҡыусылары
ойоштороп, шул кластан Элиза Мәмәтдинова менән Илмира Ҡотова алып барҙы. Уҡыусылар инде был ярышты түҙемһеҙләнеп көтөп алды. Һәр команда алдан үҙенә исем, девиз уйланы, ярыштарға ныҡлап әҙерләнде.
Һигеҙәр кешенән торған “Төньяҡ Амурҙары”, “Батырҙар”, “Юлаевсылар”, “Йүгеректәр” командалары үҙҙәре менән таныштырғас, малайҙар сәмләшеп, төрлө уйындарҙа әүҙем ҡатнаштылар. Һөҙөмтәлә “Төньяҡ Амурҙары” командаһына - 1-се, “Юлаевсылар”ға - 2-се, “Йүгеректәр”гә - 3-сө, “Батырҙар”ға 4-се урын бирелде.
“Төньяҡ Амурҙары” командаһының еңеүендә физкультура уҡытыусыһы Рәшит Рәфит улы Сөләймәновтың тырышлығы ҙур тиһәң дә була, ул көн дә балалар менән төрлө күнегеүҙәр үткәреп, даими шөғөлләнә. Был сарала ла уйындар ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп ойошторолған ине.
Гимназия директоры Гөлсөм Монасипова был ярышҡа килгән һәр береһен байрам менән ҡотлап, еңеүсе командаларға Маҡтау грамоталары тапшырҙы.
“Ярыштыҡ, уйнаныҡ, көлдөк – булды күңелле дауа”, - тип күңелле итеп тамамлап ҡуйҙы алып барыусылар был ярышты.