Судьялар иртә менән бәйгеселәрҙең ауырлыҡ үлсәмдәрен алып, 11-ҙә турнир башланған ине. Бәйгелә район
мәктәптәренән, ауылдарҙан көрәшселәр, шулай уҡ Стәрлебаш районының Күндрәк ауылынан килгән Рушан Рамазанов ҡатнашты. Көрәшселәр сафҡа баҫып, көрәш бәйгеһе тантаналы шарттарҙа асылып, һүҙ ойоштороусыларға бирелде.
Бәйгене район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Айгөл Миҙхәт ҡыҙы Кирамова асып, бәйгеселәргә уңыштар теләп, изге теләктәрен еткерҙе.
Район ветерандар советы рәйесе Эльвира Әнүәр ҡыҙы Мөлөкова Бурлы ауылында тыуып үҫкән Рәсәй Геройы Ф.Яҡуповтың тормошо менән ҡыҫҡаса таныштырып, ғорурланыуын белдерҙе. Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Зәйнетдинов та Фәрүәт Абдулла улы менән бер мәктәптә уҡыуҙарын, үҙенән өс йәшкә генә оло булыуы тураһында тулҡынланып һөйләне, был бәйгелә дуҫлыҡ еңеүен теләне. Район мәғариф бүлеге етәксеһе Рауил Солтанморатов көрәште үҙ иткән уҡыусыларҙың күп булыуына шатланып, киләсәктә уларҙың артыуына өмөт бағлап, бәйгегә үҙ фатихаһын бирҙе. Красноусол
башҡорт гимназия-интернаты директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипованың: “Рух булһа, холҡоң ныҡлы икән – еңәһең”, - тигән һүҙҙәре һәр көрәшсегә оран булып яңғыраны.
- Фәрүәт ағайымдың иҫтәлегенә шундай мәртәбәле бәйге үткәреүегеҙгә рәхмәт. Өйҙә 90 йәшлек атайым бөгөнгө бәйгенең уңышлы үтеүен теләп, һеҙгә сәләм әйтеп ҡалды. Спорттың егеттәр өсөн мөһим төрөн һайлауығыҙға шатмын, - тине Фәрүәт Яҡуповтың бер туған һеңлеһе Фәрзәнә Абдулла ҡыҙы.
Гимназияла уҡыусы егеттәрҙең “Ҡолонсаҡ” вокал ансамбленең (етәксеһе Дилә Абдуллина) “Һеҙҙең өсөн көйгән артист мин” тип йырлауҙары көрәшселәргә дәрт-дарман, сараға йәм өҫтәне.
Ныҡлыҡ, ҡатҡыллыҡ, әҙерлек талап иткән бәйге ике келәмдә барып, мәктәп уҡыусылары 35-тән, 40, 45, 50, 55, 60, 65-кә тик-лем һәм 65-тән юғарыраҡ ауырлыҡ үлсәмендә, ир-егеттәр 60, 70, 80, 90-ға тиклем һәм 90 кг-дан ашыу ауырлыҡ үлсәмендә көрәште. Билдәренә ҡыҙыл һәм йәшел билбау бәйләп, ике ҡул менән бил тапҡырынан тотоп, бер аҙ көрмәкләшкәндән һуң уңайлы мәлде тап килтереп күтәреп ырғытыусыларҙың әҙерлек кимәленең ниндәйлеге күренеп тора. Дөрөҫ алым эшләмәй иҫкәртеү алыусылар ҙа булды.
Көрәшселәрҙе күҙ яҙлыҡтырмай ҡарап торған баш судья Динар Ноғайғолов, секретарь-судья Дамир Сәфиуллин, судья-информаторҙар
Камил Латипов, Азат Хәбибуллин, келәмдәге судьялар Винер Халиҡов, Илһам Яҡшыбаев был сара ғәҙел баһаланып, уңышлы үтһен өсөн бар көстәрен һалды. Бәйгене үткәреүҙе хуплап ҡаршы алған, бар яҡтан да ярҙам күрһәткән район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовҡа, шулай уҡ бөтә мөмкинлектәр булдырып, көрәшселәрҙе туҡландырыу мәсьәләһен хәл иткән гимназия директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙына, Йәштәр, сәйәсәт, физик культура һәм спорт бүлегенә, “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенә бәйгелә ҡатнашыусылар рәхмәт һүҙҙәре еткерә.
Һәр ауырлыҡ үлсәмендә призлы урындар алыусыларға муниципаль район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары, бүләктәр тапшырылды.
Сәмле барған был бәйге ниндәйҙер кимәлдә йәш спортсыларыбыҙ, мәктәп уҡыусылары өсөн күнекмә алыу, егеттәрҙе бил нығытыуға этәреү, көстәрен һынап ҡарау, киләсәккә әҙерлек кимәлен күтәреү өсөн әһәмиәтле бер ынтылыш булып торҙо. Ата-бабаларыбыҙҙан быуын-дан-быуынға тапшырыла килеп, һабантуйҙарҙа бил һынашҡан батырҙарыбыҙға тиңләшерлек баһадирҙар үҫеп сығып, ил кимәлендә ғорурланырлыҡ көрәшсе-ләребеҙ булыр тигән теләктә таралыштыҡ көрәш бәйгеһенән.