Тәүге көндә спортсылар 30 саҡрым араға уҙыша, иртәгәһенә тауға йүгереү бу-йынса үҙ таҫыллыҡтарын һынай. Сәмле ярыштарҙа ғаилә башлығы Ғайса Әсҡәт улы һәм уның улы Илнур үҙ йәш төркөмдәрендә 30 км-ҙы 1 сәғәт 33 минут 52 секундта һәм 1 сәғәт 23 минут 15 секундта үтеп, атаһы - 2-се, улы 4-се урын яулай. Ҡыҙы Әлфиә иһә 10 саҡрым араны 44 минутта йүгереп үтеп, 5-се урынға лайыҡ була.
Юғары кимәлдә үткән фестивалдә Германиянан Өфөгә эш сәфәре менән, йәғни быйыл 9-14 июлдә баш ҡалала уҙасаҡ Балалар уйындарына әҙерлек барышын ҡарарға килгән Халыҡ-ара балалар уйындары комитетының Генераль секретары Ричард Смит ҡатнашып, еңеүселәрҙе, призерҙарҙы бүләкләп, ҡулдарын ҡыҫты.