+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Апрель 2019, 19:42

Чемпион менән осрашыу

Красноусолдың 1-се мәктәбендә Бөтә донъя чемпионы - легендар боксер Давид Аванесян менән йәнле осрашыу үтте. Был сараны “Һау-сәләмәт булыу – шәп!” акцияһы сиктәрендә ра-йон хакимиәте, Йәштәр, социаль сәйәсәт, физик культура һәм спорт бүлеге берлектә ойошторған.

Давид Гаврушевич Табын ауылында, әрмән ғаиләһендә тыуып үҫкән, һуңынан ата-әсәһе менән Ставрополь өлкәһенең Пятигорск ҡалаһына күсеп китәләр. 14 йәштән бокс менән шөғөлләнә башлай үҫмер малай. “Теләк булһа, бер нимә лә туҡтата алмай. Мин дә башта Табын ауылындағы өләсәйемдең һарайында шөғөлләнә башланым. Өләсәйем, һарайҙы емерәһең бит, тип әрләй торғайны. Спортты яратырға, уның ҡайһы төрөн булһа ла һайлап шөғөлләнергә кәрәк. Беренсе еңеү Сочи ҡалаһында булды”, - ти ул.

Боксер Давид Аванесян 2014 йылдан Рәсәйҙән ситтә үҙ көсөн һынай. Ул әле яңы ғына Испаниянан профессио-налдар араһында 66, 68 килограмм ауырлыҡ категорияһында 27 йәшлек испан егете Керман Лехараггиҙы 12 раундлы алыштың 9-сыһында уҡ нокаутҡа оҙатып, Европа чемпионы титулын яулап ҡайтҡан. Иҫәп буйынса был уның 24-се еңеүе, 12-һе нокаут менән тамамланған булған. Испандар Давидҡа контракт төҙөшөргә тәҡдим дә яһағандар. Батырға ла ял кәрәк, тигәндәй, бер аҙ ял итеп алғандан һуң уйлап ҡараясағын да әйтеп үтте 8 билбау яулауға өлгәшкән Ғафури егете.

Чемпион менән осрашыуға Ауырғазы күп профилле колледжының Красноусол филиа-лы, Красноусолдағы 1-се, 2-се мәктәптәр, башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары йыйылғайны. Улар Давид Аванесянға бер-бер артлы үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған төрлө ҡыҙыҡлы һорауҙар яуҙырҙы, боксер уҡыусыларға ентекле, тулы яуаптар бирҙе, үҙенең ҡултамғаһы ҡуйылған фотоһын да таратты, фотоға ла төштө, яҡындан һөйләшеп тә алды. Тыуған яғына ҡайтыу иҫтәлеге, тәрән хөрмәт йөҙөнән Давид Гаврушевичҡа Муниципаль район хакимиәте исеменән иҫтәлекле сувенир тапшырылды. Сараға килгән һәр кем чемпион менән күҙгә-күҙ ҡарашып осрашыуҙан ҡәнәғәт ҡалып, спорттың бер төрө хаҡында бай мәғлүмәт тупланы.


Читайте нас: