+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Апрель 2019, 17:10

Традиция дауам итә

12 йыл элек башланып киткән Яугилде кубогына волейбол турниры Башҡортостан Республикаһы төҙөлөүенең 100 йыллығына арналды.

Турнирҙы ҡотлап, ауылдашыбыҙ, ошо турнирҙы башлап ойоштороусы Ниязбай Булатбай улы Сәлимов, Ғафури районы башҡорттары Ҡоролтайы етәксеһе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов, район мәғариф бүлеге етәксеһе Рауил Ғәбдрәшит улы Солтанморатов, Бурлы ауыл биләмәһе башлығы Азат Кәшәфетдин улы Хәйретдинов, Бурлы урта мәктәбе директоры Марат Раил улы Басиров уйынсыларға уңыштар һәм еңеүҙәр теләне. Спорт сараһына уҡыусыларҙың шиғыр һөйләүе, уҡытыусылар һәм ағинәйҙәр сығышы йәм өҫтәне.

Ярыш, ҡатнашыусы командаларҙың аҙ булыуына ҡарамаҫтан, бик йәнле барҙы. Ғаиләләр араһында айырым кубок уйнатылды. Һәм Яугилде кубогына, ҡыҙғанысҡа күрә, Бурлы ауылынан Зәйнуллиндар командаһы лайыҡ булды. Йәштәр араһында уйнатылған кубокты, көсөргәнешле уйындан һуң, Бурлы мәктәбе командаһы алды. "Афарин, бурлылар!"- тип әйтергә генә ҡала, сөнки ике кубокты ла алыуға өлгәштеләр. Шулай, ярыш булғас, кемдәрҙер еңә, кемдәрҙер 3-сө урын менән ҡәнәғәтләнә. Беҙҙең ауыл командаһы, һуңғы көндә генә ойошоп, ауыл данын яҡланы һәм ошо урынға лайыҡ булды. Командала уйнаусы Вадим Ғәлиәхмәтов, Ринат Ишмөхәмәтов, Фәнзил Абдуллин, Рәфит Хәлимов һәм Тимур Хәйретдиновтарға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Шулай уҡ волейбол турнирын бағыусылар Ниязбай Булатбай улы Сәлимовтар ғаиләһенә, Нәжип Мәжит улы Хисаметдиновҡа, шәхси эшҡыуарҙар Илгизәр Сәлимйәнов, Рәмил Ғәбдрәшит улы Солтанморатовҡа, Бурлы ауыл хакимиәтенә һәм Бурлы урта мәктәбе администрацияһына ла рәхмәт һүҙҙәре әйтәбеҙ.

Волейбол турниры иң-иңдәрҙе лә асыҡланы: бына улар “Иң оло уйынсы”- Рафаил Юлмөхәмәтов, “ Иң йәш уйынсы” – Инсаф Зәйнуллин, ул етенсе синыфта уҡый, “Иң яҡшы һөжүм итеүсе”- Булат Ғиззәтуллин, “ Иң яҡшы капитан” – Вадим Ғәлиәхмәтов, “Иң яҡшы уйынсы” – Айҙар Солтанморатов һәм “Иң яҡшы һаҡсы” – Фәдис Абдрахманов. Бынан тыш “Иң әүҙем көйәрмән”, “Иң тоғро көйәрмән”дәр ҙә бүләктәр менән билдәләнде. Минеңсә, был көндө күптәр бүләктәрҙән түгел, ә сәмле, дәртле уйындан күңелдәренә йыуаныс һәм еңеү ҡыуанысы алғандыр.

Яугилде кубогына волейбол турниры үткәреү традицияһы дауам итһен, тағы ла күберәк ҡатнашыусы командалар йыйһын ине. Ҙур, яҡты спорт залдарыбыҙ һәр саҡ асыҡ һәм айыҡ тормошҡа юл спорт аша асыла икәнен онотмаһаҡ ине.
Читайте нас: