+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Май 2019, 13:03

Еңеү эстафетаһы

9 Майҙың салт аяҙ көнө Еңеү байрамы уңайынан уҙғарылған спорт сараларына бай булды. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе һәм Красноусол башҡорт гимназия-интернаты спорт залдарында – волейбол, Красноусолдағы 1-се һәм 2-се мәктәптәрҙә – урам баскетболы (ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр командалары), “Йәшлек” ял паркында футбол ярыштары үтте.

Еңел атлетика эстафетаһы район үҙәгенең Калмыков урамынан башланып, Гагарин, Достоевский, Блюхер, М.Горький, К.Маркс, Ленин, Фрунзе урамдары аша үтеп, Коммунистик урамы осонда тамамланды. Һәр йылдағыса бы-йыл да районыбыҙ мәктәптәре, предприятие-ойошмаларынан күп кенә, йәмғеһе 22 команда ҡатнашты. Береһенән икен-сеһе көслөрәк командалар ҡат-нашҡанғамы, өҫ-тәүенә, көндөң ҡояшлы тороуы ла бәйгенең айы-рыуса йәнлелек менән үтеүенә булышлыҡ итте.

Бына, ниһайәт, йүгеректәргә старт бирелде. Ҡулдарына эстафета таяҡсалары тотҡан спортсылар уҡтай алға ынтылды. Спортсылар таяҡсаларҙы бер-береһенә тапшыра-тапшыра күҙ асып йомған арала финишҡа килеп тә етте. Төп дөйөм белем биреү мәктәптәре араһында финиш һыҙығын иң тәүгеләрҙән булып Йөҙимән йүгеректәре үтте һәм беренселекте тап улар яуланы. Мораҡ мәктәбе уҡыусылары – 2-се, Үзбәк мәктәбе етеҙҙәре 3-сө урын яуланы. Урта мәктәптәр араһында барған көсөргәнешле бәйге Сәйетбаба еңел атлеттары еңеүе менән тамамланды. Красноусолдағы 3-сө һәм 1-се мәктәп командалары 2-3-сө урындарҙы үҙ-ара бүлеште. Ойошма-предприятиелар командалары араһында Ауырғазы күп профилле колледжының Красноусол филиалы йүгеректәре еңеүсе булды. “ГИП-Электро” командаһы – 2-се, “Тепловодоснабжение” МУП-ы командаһы – 3-сө урында. Ауыл хакимиәттәре араһындағы бәйгелә Красноусол ауыл биләмәһенең 1-се командаһы – 1-се, икенсе командаһы – 2-се, сәйетбабалар 3-сө урынға лайыҡ булды.

Красноусолдағы 2-се урта мәктәп янындағы еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһында район хакимитенең спорт секторы мөдире Шамил Хәкимов барлыҡ ҡатнашыусыларҙы Бөйөк Еңеү байрамы менән ҡотлап, призлы урын яулаусы командаларға Маҡтау грамоталары, кубок һәм миҙалдар тапшырҙы. Ә беренселекте яулаусылар “Звезда” район гәзитенә подписка менән бүләкләнде. Башҡа спорт бәйгеләрендә ҡатнашыусылар ҙа грамота-миҙалдарға лайыҡ булды.
Читайте нас: