Республика беренселегенә 9 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар һәм малайҙар уйнаған беҙҙең район командаһында 20 кеше – 11-е мәктәп уҡыусыһы һәм 9-ы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре (тренерҙары Наталья Проценко) ҡатнашты. Призлы урындар өсөн һуңғы турға тиклем сәмле уйын барҙы. Һөҙөмтәлә, 8 очко йыйып, Йәсминә Әбдрәшитова (Красноусолдағы 1-се мәктәп) 9 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһындағы Республика беренселегенә лайыҡлы чемпион булды. Малайҙар араһындағы еңеүсенән ярты очкоға ғына ҡалышып Даниил Никифоров (2-се мәктәп) көмөш призер булыуға өлгәште. Уйындар бик көсөргәнешле барһа ла йәш шахматсыларыбыҙ был юлы ла һынатманы. Уларҙы уңышлы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ.