+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Май 2019, 11:55

“Батыр”ҙар һынатмай

Көрәш – ҡатҡыллыҡ, көс, сынығыу талап иткән үҙенсәлекле спорт төрө. Ошо төрҙө үҙ иткән Красноусолдың “Батыр” клубында шөғөлләнеүселәр ра-йондан ситтә лә үҙ көстәрен һынап һәйбәт һөҙөмтәләр күрһәтә килә.

Күптән түгел Һарытау ҡалаһында Чемпионат һәм Волга буйы федераль округы беренселегенә ҡатнаш берҙәм көрәш буйынса (ММ) бәйге булып үтте. Ярышта 14 өлкәнән 250 спортсы ҡатнашып көс һынашты. Башҡортостандың йыйылма командаһы ла күрһәтелде, улар араһында элек республика беренселеге өсөн үҙ ауырлыҡ үлсәмендә беренсе урын алған Красноусол башҡорт гимназия-интернатынан 16 йәшлек Рәшит Абдуллин да бар ине. Ул ҡатнашҡан 54 килограмм үлсәмле төркөмдә 12 кеше була. Көслө егет дүрт көрәшкә сығып, өсәүһе еңеү менән тамамлана, һуңғыһында ғына әҙерәк

ауыртыу алғанлыҡтан еңелергә мәжбүр була. Ул Һарытауҙан беренселек буйынса лайыҡлы икенсе урын һәм грамота, олимпия өлгөһөндәге ҙур миҙал алып ҡайтҡан.

“Батыр” клубына 60 кеше йөрөй, 7-һе йәш сикләүе булмағандар. Бында уларҙы йәш, оҫта, талантлы тренерҙары Флорид Фәрит улы Ғибаҙуллин көрәштең төрлө алымдарына өйрәтә, күнекмәләр эшләтә, сыныҡтыра. Ә инде ҡайҙалыр еңеүгә өлгәшкән спортсылар башҡаларға үҙҙәренең тәжрибәһен, күргән алымдарын да өйрәтә.

Был клубҡа муниципаль район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙовтың ярҙамы ҙур. Хакимиәт ярҙамы менән 100 мең һумға спорт инвентарҙары алынған. Гимназия бинаһында айырым бүлмә бирелеп, шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырылған. Көрәште үҙ итеүселәр ҙә көндән-көн арта бара. Район клубы ҡараған Стәрлетамаҡ төбәк ойошмаһы төрлө яҡлап ярҙам итә. “Батыр”ҙың баш тренеры Р.Р.Йәнбирҙин үҙе бик йыш килеп, көрәш буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойоштора, спорт мастерҙары, билдәлелек яулаған спортсыларҙы ла килтерә. Был да “Батыр” клубына йөрөүсе көрәшселәрҙең үҫешенә ҙур тәьҫир яһай. Шулай уҡ клубҡа райондың “Граница” сик һаҡсылары ветерандары ойошмаһы ла (Р.Р.Шаймарҙанов) шефлыҡ ярҙамы күрһәтә.

Яңыраҡ 14-15 йәшлектәр араһында үткән республика көрәш бәйгеһендә лә “Батыр” клубына йөрөүсе Әлфир Нәзиров (48 кг., 14-15 йәш төркөмөндә) 1-се, Алмаз Сөләймәнов 2-се урын алып ҡайтҡан. Улар тренерҙары һәм өмөтлө көрәшсе Рәшит Абдуллин (54 килограмм төркөмөндә, 16 йәш), Әлфир Нәзиров (48 кг., 14-15 йәшлектәр), Радмир Ҡайғолов (34 кг., 12-13 йәшлектәр), Денис Муллагилдин (84 кг., 17-18 йәшлектәр) Түбәнге Новгород ҡалаһына Рәсәй чемпионатына ла барып ҡайтҡандар.

14 апрелдә Өфөлә 36 команданан 400 спортсы ҡатнашҡан Йәш армеецтарҙың ҡул көрәше буйынса республика уйынында ла “Батыр”ҙан Айҙар Алтынсурин, Әлфир Нәзиров, Денис Ионцев уңышлы сығыш яһаған.

“Батыр”ҙарҙың даими шөғөлләнеүе, тренерҙарының эш алымын төплө белеүе ошо еңеүҙәрҙә күренә лә инде. Киләсәктә лә улар батыр ҙа, көслө лә көрәшселәре менән һынатмаҫтар тип өмөтләнәбеҙ.


Читайте нас: