17-һенән 30 июнгә тиклем ауыл йәштәре араһында Еҙем-Ҡаран ауылында район кубогына мини-футбол ярышы үтте. Беренсе этапта һәр командала алтышар кеше дүрт төркөмгә бүленеп ярышты. Бында Красноусол, Сәйетбаба, Еҙем-Ҡаран, Ибраһим, Таш-Аҫты, Имәндәш, Мораҙ футболсылары үҙ-ара ярышһа, 30 июндә финалға сыҡҡан һигеҙ команданың уйыны бик көсөргәнешле барҙы. Уйындан штраф менән сығыусылар ҙа булды. Һөҙөмтәлә, Сәйетбаба командаһына 1-се урын бирелһә, красноусолдар - 2-се, еҙемҡарандар 3-сө урын алыуға өлгәште. Еңеүсе командаға күсмә кубок, ҡиммәтле бүләктәр һәм Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Номинациялар буйынса ла бүләкләүҙәр күп булды.
Спорт һөйөүсе егеттәрҙе бер ергә йыйып, ошо уйынды ойошторған Вил Сибәғәтуллинға, төрлө яҡлап ярҙам иткән “Граница” сик һаҡсылары ветерандары ойошмаһы етәксеһе Ришат Шаймарҙановҡа, Дамир Насировҡа, Шамил Латиповҡа рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе уйында ҡатнашыусылар.
Уйын сәмле барһа ла, дуҫлыҡ, берҙәмлек еңде, тине ойоштороусылар. Егеттәр ҙә был уйындан ҡәнәғәт, шат булыуҙарын белдерҙе. Алла бирһә, киләһе йылға 32 команда менән үткәрергә тигән ҡарарға килде футболсылар.