-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Май 2021, 14:15

Ғафури ере йәш шахматсыларҙы йыйҙы

Бөгөн, 2 майҙа Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында 2006 йылғы һәм унан бәләкәйерәк шахматсыларҙың Башҡортостан Республикаһының 23-сө уҡыусылар спартакиадаһының финалы башланды.

Турнирҙың баш судьяһы Наталья Геннадьевна Проценко әйтеүенсә, турнирға Өфө, Дүртөйлө, Туймазы,Октябрьский, Баймаҡ, Учалы, Салауат, Мәләүез ҡалаларынан һәм 11 райондан ауыл командалары килгән. Беҙҙең район данын Красноусолдағы 2-се мәктәп уҡыусылары яҡлай.
Шахматсылар араһында Салауат ҡалаһынан шахмат буйынса спорт мастеры 15 йәшлек Урал Хәсәнов та бар. Турнир иртәгә тамамлана, уның еңеүселәре тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.
Читайте нас: