+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Май 2021, 14:50

Уңышлы сығыш яһанылар

24-25 апрелдә Стәрлетамаҡ ҡалаһында 2006-2007 һәм 2009-2010 йылғы ҡыҙҙар араһында волейбол буйынса республика турниры үтте.

Унда районыбыҙҙың Вил Үтәғолов етәкселегендәге волейболсы ҡыҙҙар командалары ҡатнашып, уңышлы сығыш яһап ҡайтты. 5 команда (Мәләүез, Әлшәй районы, Стәрлетамаҡ, Күмертау ҡалалары) араһындағы көсөргәнешле бәйгелә 2009-2010 йылғы волейболсы ҡыҙҙар командаһы еңеүгә иреште. “Иң яҡшы уйынсы” булып Алия Ғилманова танылды. Ә 2006-2007 йылғылар командаһы Мәләүез районы һәм стәрлетамаҡтар командаһынан ҡала 3-сө урынға лайыҡ булды. Регина Азаматова менән Илвина Ғәҙелшина “Иң яҡшы һөжүм итеүсе” һәм “Иң яҡшы һаҡсы” номинацияларында бүләкләнде.
Читайте нас: