2019 йылда Сә-йетбаба ауылы вәкилдәре еңеүсе булды. Былтыр сик буйы ғәскәрҙәре ветераны, шулай уҡ физкультура уҡытыусыһы Шамил Латипов иҫтәлегенә турнир үткәрелде. Ул турнирҙа Красно-
усол ауылының “Барс” командаһы еңеү яуланы. Ә 2021 йылда турнир 2 этапта - төркөмләп һәм плей-офта үтте. 12 команданан плей-офҡа 8 көслө команда сыҡты, унда юғары позицияға путевкалар уйнатылды. Көслө дүрт төркөмгә "Стартап", "Усолье", "Аҡташ" һәм "Мораҙ" командалары инде. Көсөргәнешле уйын-дан һуң финалда "Стартап" һәм "Аҡташ" осрашты. Төп турнирҙа уңыш тәжрибәле уйынсылар яғында булды. Һөҙөмтә буйынса, “Аҡташ” “Ғафури кубогы”ның өсөнсө уйын чемпиондары булыуға өлгәштеләр. Мораҙ уйынсылары бронза призерҙары булып сыҡтылар.
Турнир тулыһынса уйында ҡатнашыусы командаларҙың старт иғәнәһе иҫәбенә ойошторолдо һәм приздар ҙа шуға алынды. Йәмәғәтсе һәм спорт һөйөүселәр Вил Сибәғәтуллин менән Ришат Шаймарҙанов турнирҙы ойоштороусылар булып торҙолар.