-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Апрель 2022, 18:50

Майҙан тотто батырҙар

6 апрелдә “Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексында мәктәп уҡыусыларының ХIII спартакиадаһы сиктәрендә Ғафури районы беренселегенә милли көрәш бәйгеһе үтте. Бәйгелә Красноусол башҡорт гимназия-интернаты, 1-се, 2-се, Аҡкүл, Ҡарағай, Йөҙимән мәктәптәренән 2007-2009 йылғы дүрт тиҫтәнән ашыу үҫмер бил һынашты.

Майҙан тотто батырҙар
Майҙан тотто батырҙар

Спорт сараһын Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Ленар Сәйфуллин асып, бәйгеселәргә уңыштар һәм изге теләктәрен еткерҙе.
Ҡатҡыллыҡ, сыҙамлыҡ, сәм талап иткән бәйгелә үҫмерҙәр 35, 40, 45, 50, 55, 60, 70, 70 килограмдан ашыу ауырлыҡ үлсәмендә көрәште.
35 килограмм ауырлыҡ үлсәмендәгеләр араһында Красно-усол башҡорт гимназия-интернатының көрәшселәре таһыллыҡтары менән айырылды. Арыҫлан Ваһапов беренселекте яулаһа, Динислам Табынғолов 3-сө урынға лайыҡ булды. Красноусолдағы 2-се урта мәктәптән Илья Үлмәҫҡолов – 2-се урында.
40 кг-да Сыңғыҙ Зәйнетдинов (Йөҙимән мәктәбе) – 1-се, Булат Зәйнетдинов (Аҡкүл) – 2-се, Тамерлан Ноғайғолов (Ҡарағай) – 3-сө урында.
45 кг-да Валерий Зороглян (1-се мәктәп, “Батыр” клубы) – 1-се, Алмаз Нәзиров (КБГИ) – 2-се, Роберт Усманов (Йөҙимән) – 3-сө урын.
50 кг-да гимназиянан Иршат Шәйәхмәтов менән Солтан Ғәлиәхмәтов 1-се һәм 2-се урындар яулаһа, Тимур Дәминев (2-се мәктәп) – 3-сө урында.
55 кг-дар араһынан Артур Дәүләтшин (КБГИ) еңеүсе тип табылһа, Рәмзил Кинйәбулатов (Ҡарағай) менән Булат Мәхийәнов (2-се мәктәп) 2-3-сө урындарҙы үҙ-ара бүлеште.
60 кг-да Фидан Ишҡолов (КБГИ) – 1-се, Эмиль Ҡоломбәтов (2-се мәктәп, “Батыр” клубы) – 2-се, Ринат Әхтәмов (Ҡарағай) 3-сө урынға лайыҡ булды.
70 кг-да Максим Кожуров (2-се мәктәп) – 1-се, Радмир Шәмсетдинов (Аҡкүл) – 2-се, Данис Ғәзизов (КБГИ) – 3-сө урында.
70 кг-дан ашыу ауырлыҡ үлсәмендә Ленар Ғәбдиев (КБГИ) – 1-се, Кирилл Чернов (1-се мәктәп) – 2-се, Илнар Ғабдуллин (2-се мәктәп) 3-сө урын яуланы.
Дөйөм команда иҫәбе буйынса Красноусол башҡорт гимназия-интернаты командаһы еңеүсе булды, 2-се мәктәпкә – 2-се, 1-се мәктәпкә 3-сө урындар бирелде. Призлы урындар яулаусылар һәм командалар Маҡтау грамоталары, миҙалдар менән бүләкләнде.
***
Районыбыҙҙың йәш көрәшселәре командаһы Талбазы ауылында уҙған милли көрәш буйынса зона ярыштарында ҡатнашып, үҙ таҫыллығын күрһәтеп, 3-сө урын менән әйләнеп ҡайтты. Шәхси беренселектә үҙ ауырлыҡ үлсәмдәрендә Максим Кожуров (1-се мәктәп) – 1-се, Арыҫлан Ваһапов менән Иршат Шәйәхмәтов (КБГИ), Рәмзил Кинйәбулатов (Ҡарағай) - 2-се, Павел Иванов, Данил Рәхимов, Кирилл Чернов (1-се мәктәп) 3-сө урындарға лайыҡ булды.

Майҙан тотто батырҙар
Майҙан тотто батырҙар
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: