+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Апрель 2022, 18:45

Уйын сәмле барҙы

9 апрелдә Үзбәк мәктәбенең спорт залында спортсы һәм оҫта волейболсы Илдар Рәхимов иҫтәлегенә волейбол ярышы уҙғарылды. Бик йәшләй арабыҙҙан киткән Үзбәк ауылы егете Илдар Әнүәр улы иҫтәлегенә арнап бына хәҙер өсөнсө йыл рәттән уның туғандары, дуҫтары, ауылдаштары ярҙамы менән ир-егеттәр араһында был ярыш үткәрелеп килә.

Уйын сәмле барҙы
Уйын сәмле барҙы

Ул бала саҡтан спортты ярата, айырыуса еңел атлетика, волейболды үҙ итә. Шуға ла Үзбәк мәктәбен тамамлағас, Күмертау физкультура техникумына уҡырға инә, артабан Стәрлетамаҡ физкультура академияһында уҡый. Уҡыған йылдарында ла һәр төрлө спорт ярыштарында даими ҡатнашып тора. Тик яратҡан һөнәре буйынса ғына эшләргә тура килмәгән. Ул ауылда хөрмәтле ғаиләлә үҫеп, үҙе лә ауылда ихтирамлы була. Шуға ла Илдарҙың иҫтәлегенә ярыш үткәрелеүен барыһы ла ихлас ҡабул итәләр. Әсәһе Рәүилә Әхмәт ҡыҙы 35 йыл мәктәптә балаларға белем биргән, атаһы Әнүәр Әхтәм улы ғүмере буйы фермала малсы булып эшләгән тырыш, хеҙмәт һөйөүсе кешеләр. Бер туған апалары Айгөл, Рима, ағаһы Рим педагог һөнәрен һайлағандар, Айрат ағаһы медицина юлынан киткән. Һәр береһе һөнәрҙәре буйынса намыҫлы эшләп йөрөйҙәр.
Сараны асып, Илдарҙың ағаһы Рим Рәхимов ҡыҫҡаса туғанының ғүмер юлына байҡау яһаны, бәйгеселәрҙе тәбрикләп, уңышлы уйын теләне. Атаһы Әнүәр Әхтәм улы ла ойоштороусыларға, барлыҡ дуҫтарына, уйында ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Үзбәк мәктәбендә үткән ярышта 4 команда – Үзбәк, Бурлы, Юлыҡ, Красноусол волейболсылары үҙ-ара көс һынашты. Уйын көсөргәнешле, йәнле барҙы. Һәр командала көслө, тәжрибәле волейболсылар бар ине. Уйынды ҡарарға килеүселәр ҙә ярышты мауығып, ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Бына, ниһайәт, бәйге тамамланып, еңеүселәр билдәле булды. Сәмле уйында беренселекте - красноусолдар, икенсе урынды - юлыҡтар, өсөнсөнө бурлылар алды.
Был сараны уҙғарыуға туғандарының идеяһын күтәреп алып, өс йыл рәттән ярҙам иткән Илдарҙың яҡын дуҫы Венир Халиҡов ҙур тырышлыҡ һалған. Бағыусылар - Рәхимовтар ғаиләһе, туғандары, Эльвир Халиҡов, Илдар Сәйфуллин, Илдар Башаров, Айҙар Рафиҡов, Марат Юнысов, спорт бүлеге етәксеһе Шамил Хәкимов, шәхси эшҡыуар Фоминдың ярҙамын билдәләп, рәхмәт һүҙҙәре лә яңғыраны был байрамда. Шулай уҡ мәктәп хакимиәте ҙур тырышлыҡ һалған, ашнаҡсылар Лира Ғәйнуллина, Минәүзә Ғәлина йылы аш менән һыйлаған.
Волейбол ярышына йыйылыусылар Илдар Рәхимовты яҡты хәтирәләр менән иҫкә алды, уның иҫтәлегенә ошондай сара үткәреүселәргә барыһы ла рәхмәтле булып ҡалды.

Уйын сәмле барҙы
Уйын сәмле барҙы
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: