+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Май 2022, 14:25

Яҙ. Еңеү. Спорт.

Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына арналған тантаналы сараны еңел атлетика эстафетаһы дауам итте.

Яҙ. Еңеү. Спорт.
Яҙ. Еңеү. Спорт.

Ярышта районыбыҙ мәктәптәре, предприятие-ойошмаларҙан Красноусол ауыл биләмәһе хакимиәте, Үҙәк район дауаханаһы, Ауырғазы күп профилле колледжының Ғафури филиалынан йәмғеһе 15 команда ҡатнашты.
Тәүге этапты егеттәр башлап ебәрһә, ҡыҙҙар йомғаҡлап ҡуйҙы. Йүгеректәр ярышы Красноусол башҡорт гимназия-интернаты янынан старт алды. Старт бирелеү менән ҡулдарына эстафета таяҡсалары тотҡан егеттәр уҡтай алға атылды. Уҙыштар Фрунзе менән Коммунистик урамдары киҫелешендә тамамланды.
Ярыш еңеүселәрен бүләкләү сараһы Красноусолдағы 2-се урта мәктәптә үтте. Район хакимиәтенең спорт секторы мөдире Шамил Хәкимов барлыҡ йүгеректәрҙе байрам менән ҡотлап, призлы урындар яулаусыларҙы кубок, миҙал һәм Дипломдар менән бүләкләне. Шәхси бүләкләнеүселәрҙән Красноусол ауыл биләмәһе хакимиәте командаһынан Илнур Кейекбаев, Үҙәк район дауаханаһынан Салауат Фәхретдинов, урта мәктәптәр араһында Алмаз Буранғолов, төп мәктәптәр араһында Динислам Түзбәков кубок, миҙал һәм Дипломдар менән бүләкләнде.
Урта мәктәп командалары араһында Красноусолдағы 1-се урта мәктәп йүгеректәре бер кемгә лә ал бирмәне, эстафета еңеүселәре тап улар булды. Рәсәй Геройы Ф.А.Яҡупов исемендәге Бурлы урта мәктәбе командаһы финиш һыҙығын – икенсе, Сәйетбаба урта мәктәбе йүгеректәре өсөнсө булып үтте.
Төп дөйөм белем биреү мәктәптәре араһындағы бәйгелә Йөҙимән йүгеректәре – 1-се, имәндәштәр – 2-се, үзбәктәр 3-сө урынға лайыҡ булды.
Ойошма-предприятиеларҙан Үҙәк
район дауаханаһы командаһы еңеү яуланы, Ауырғазы күп профилле колледжының Ғафури филиалы йүгеректәре – 2-се, Красноусол ауыл биләмәһе командаһы – 3-сө урында.
Еңеү көнө шулай уҡ башҡа спорт сараларына ла бай булды. “Йәшлек” паркында “Еңеү кубогы” футбол турниры, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә ҡатын-ҡыҙҙар, “Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексында ир-егеттәр волейбол, Красноусолдағы 1-се (ҡыҙҙар һәм ҡатын-ҡыҙҙар) һәм 2-се мәктәптәрҙә (егеттәр һәм ирҙәр) баскетбол бәйгеләрендә көс һынашты.

Яҙ. Еңеү. Спорт.
Яҙ. Еңеү. Спорт.
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: