Спорт сараһы Еҙем-Ҡаран мәктәбенең волейбол майҙансығында үтте. Турнирҙа Еҙем-Ҡаран, Бурлы, Ҡауарҙы, Сәйетбаба ауыл биләмәләре, Красноусол ауылы йыйылма командалары ҡатнашты. Ярыш сәмле, ҡыҙыҡлы барҙы. Һөҙөмтәлә, дөйөм иҫәп буйынса еҙемҡарандар командаһы еңеүе менән тамамланды. Красноусолдар – 2-се, Ҡауарҙы ауыл биләмәһе 3-сө урынды яуланы. “Иң өлкән уйынсы” номинацияһында Еҙем-Ҡарандан волейбол ветераны 62 йәшлек Раил Йомағолов, “Иң яҡшы һөжүм итеүсе” – Красноусолдан Салауат Фәхретдинов, “Иң яҡшы һаҡлаусы” - Юлыҡтан Айҙар Кәримов билдәләнде.
Еңеүсе командалар район спорт комитеты әҙерләгән турнирҙың күсмә кубогы, миҙалдар менән бүләкләнде.