+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Май 2022, 19:55

“Еҙем”дә - Йәйге спорт фестивале

Сираттағы уҡыу йылы тамамланыр алдынан район мәктәптәре уҡыусылары өсөн Спорт фестивале уҙғарыу матур йолаға әүерелде. Быйыл да был йолаға тоғро ҡалдылар. Һәм хөрмәтле ҡунаҡ - Рәсәй һәм Башҡортостандың билдәле спортсыһы, Рәсәйҙең биатлон буйынса йыйылма командаһы ағзаһы Эдуард Латиповтың ҡатнашыуы менән иҫтәлекле булды.

“Еҙем”дә - Йәйге спорт фестивале
“Еҙем”дә - Йәйге спорт фестивале

21 майҙа “Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексында айырыуса йәнлелек хөкөм һөрҙө. 6 йәштән 15 йәшкә тиклемге 170-ләп балалар баҡсаларына йөрөүсе балалар һәм районыбыҙ мәктәптәре уҡыусылары Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексының “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер!” Йәйге спорт фестивале сиктәрендә ГТО нормативтарын тапшырырға йыйылды. Был көндө, әлбиттә, уҡыусыларға ГТО комплексының алтын, көмөш, бронза миҙалдары өсөн тир түгергә тура килде. Бары тик иң әҙерлекле йәш спортсылар ғына уңышҡа өлгәште. ГТО нормативтары урындан ике аяҡ менән этәнеп оҙонлоҡҡа һикереүҙе, баҫҡан килеш гимнастик эскәмйәлә алға эйелеүҙе, арҡала ятҡан килеш кәүҙәне күтәреүҙе, турниктан тартылыуҙы, иҙәндә ятҡан килеш ҡулды бөгөү һәм яҙыуҙы, йөҙөүҙе һәм башҡаларҙы үҙ эсенә алды. Барлығы 12 команда: Красноусолдағы 1-се, 2-се, башҡорт гимназия-интернаты, Курорт, Сәйетбаба, Имәндәш, Йөҙимән, Үзбәк, Бурлы, Табын, Аҡкүл, Яңғыҙҡайын мәктәптәре спортсылары һәр төрҙә үҙҙәрен һынап ҡараны.
Күптәр һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп сыҡты. ГТО нормативтарын яҡшы тапшырыусылар “көмөш”, “бронза” значоктар һәм тест һөҙөмтәләре менән сертификаттарға эйә булды. Йәш спортсылар уларҙы мәртәбәле ҡунаҡ - Пекиндағы Олимпия уйындарының өс тапҡыр “бронза” призёры, биатлон буйынса донъя чемпионатының - “бронза” һәм Европа чемпионатының “көмөш” призёры, 2021-2022 йылда Рәсәйҙә иң яҡшы биатлонсы булып танылған Эдуард Латипов ҡулынан алды. Билдәле спортсы барыһын да лайыҡлы наградалары менән ҡотлап, бүләкләне һәм бының менән генә туҡталып ҡалмауҙарын, тағы ла юғарыраҡ үрҙәргә ынтылыуҙарын теләне.
Тантаналы бүләкләү барышында Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексының “ГТО” фестиваленә арналған һүрәттәр конкурсына ла йомғаҡ яһалып, Э.Латипов балаларҙы ла бүләкләп үтте. “Миләшкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре - йәш рәссамдары иң әүҙемдәре булып сыҡты, иң күп бүләктәргә тап улар лайыҡ булды. “Тирәккәй” һәм 1-се мәктәптең йәш һәләттәре лә уларҙан ҡалышмаған.
ГТО нормативтарын тапшырыуҙа 6-8 йәшлектәр араһында Красноусол башҡорт гимназия-интернатынан Радмир Ғәзизов менән Мәҙинә Мәжитова 1-се урын яуланы, Илья Тарасов (Аҡкүл) менән Рената Дибаева (Красноусолдағы 1-се мәктәп) – 2-се урында, Радмир Иванов (2-се мәктәп) менән Амалия Алтынбаева (1-се мәктәп) – 3-сө урында.
9-10 йәшлектәрҙән Арслан Хәбибуллин (КБГИ) менән Лина Мөхәмәтйәнова (1-се мәктәп) – 1-се, Солтанбәк Сундуков менән Шәүрә Баһауетдинова (икеһе лә 1-се мәктәптән) – 2-се, Артур Юлдашев (1-се мәктәп) менән Полина Зюлькина (2-се мәктәп) 3-сө урын яуланы.
11-12 йәшлектәрҙән Вәсим Дибаев (1-се мәктәп) менән Әлиә Хәмзина (КБГИ) – 1-се, Иван Ведерников (Аҡкүл) менән Мәҙинә Ходжакулова (КБГИ) – 2-се, Максим Дашкин (2-се мәктәп) менән Анна Ергунова (1-се мәктәп) 3-сө урынға лайыҡ булды.
13-15 йәшлектәр араһында Елисей Николаев менән Карина Торопкина (икеһе лә 1-се мәктәптән) – 1-се, Максим Кожуров (2-се мәктәп) менән Лиана Сәйфетдинова (1-се мәктәп) - 2-се, Айҙар Рахманғолов (Сәйетбаба) менән Ангелина Дәүләткилдина (КБГИ) 3-сө урын яуланы.
Өлкәнерәктәрҙән Ислам Иғзаҡов менән Эвелина Хәмзина (икеһе лә 2-се мәктәптән) – 1-се, Радмир Фәтҡуллин (Бурлы) менән Лиана Ильясова (1-се мәктәп) – 2-се, Арсен Аванесян (Табын) менән Эльвина Ғәлиәхмәтова (Бурлы) 3-сө урынға лайыҡ булды.
Дөйөм команда иҫәбе буйынса урындар түбәндәгесә билдәләнде. Урта мәктәптәр араһында Красноусолдағы 1-се мәктәпкә етеүсе булманы, 1-селекте тап улар яуланы, Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты спортсылары – 2-се урында, 2-се мәктәп командаһына 3-сө урын менән сикләнергә тура килде. Дөйөм белем биреү мәктәптәре араһындағы бәйге имәндәштәр еңеүе менән тамамланды, йөҙимәндәргә – 2-се, үзбәктәргә 3-сө урын бирелде.
Спорт фестивален ойоштороусы булып торған район хакимиәтенең физкультура һәм спорт бүлеге етәксеһе Шамил Хәкимов менән Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Ленар Сәйфуллин мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында балалар менән лайыҡлы эш алып барылыуын билдәләп, физик үҫешкә ныҡлы әһәмиәт биреүҙәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр.

“Еҙем”дә - Йәйге спорт фестивале
“Еҙем”дә - Йәйге спорт фестивале
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: