+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Июнь 2022, 14:15

Бөтә Рәсәй ярыммарафонында – ғафуриҙар

Ғафуриҙар күптән түгел Өфө ҡалаһында үткән “ЗаБег.РФ” VI Бөтә Рәсәй ярыммарафонында ҡатнаштылар. “Демография” милли проектының “Спорт – тормош нормаһы” федераль проекты сиктәрендәге ярыммарафон 2 меңдән ашыу спортсыны һәм һәм һәүәҫкәр йүгеректе үҙенә йыйҙы.

Бөтә Рәсәй ярыммарафонында – ғафуриҙар
Бөтә Рәсәй ярыммарафонында – ғафуриҙар

Иң ҙур күләмле спорт фестивалендә районыбыҙҙан 42 спортсы үҙ көсөн һынаны. Ярыштар Салауат Юлаев майҙанында үтеп, һәр ҡатнашыусы үҙ дистанцияһын – 1,5 км, 10 йәки 21,1 км-ҙы үҙе һайланы.
1,5 км арауыҡҡа үҙ йәш төркөмдәрендә финиш һыҙығын тәүге булып Лина Мөхәмәтйәнова, Виолетта һәм Амалия Алтынбаевалар үтһә, 2-се урынды - Лиана Сәйфетдинова, ә 3-сө урынды Милана Хәкимова (4 кенә йәш) менән Солтанбәк Сундуков яуланы.
5 саҡрымды Карина Торопкина менән Ришат Шаймарҙанов 1-се һәм 2-се булып үтте.
10 км арала районыбыҙҙың билдәле йүгеректәре Илдар Уразғолов менән Лиана Хәкимова 1-се булды, 21,1 саҡрымда иң яҡшыһы булып Илнур Кейекбаев танылды.
Финишҡа килеп еткән һәр кем иҫтәлекле миҙал һәм “ЗаБег.РФ” символикалы футболка менән бүләкләнде.

Бөтә Рәсәй ярыммарафонында – ғафуриҙар
Бөтә Рәсәй ярыммарафонында – ғафуриҙар
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: