Унлаған мыҡты кәүҙәле ир-егет үҙҙәренә инселәнгән бүләктәр - 4 һарыҡ үҙ ауырлыҡ категорияларында еңеүселәргә, бишенсеһе - абсолют чемпионға – өсөн алыш башланы. Көрәш көсөргәнешле, ҡыҙыу барҙы, бер кем дә бил бирергә теләмәне. Ниһайәт, иң көслөләр билдәләнде һәм 60 кг ауырлыҡ категорияһында Рузил Кинйәбулатов еңеүсе булды, икенсе һәм өсөнсө урындар - Илһам Шәриповта (Табын) һәм Илнар Ҡунаҡбаевта (Красноусол). 70 кг көрәшселәр төркөмөндә Ғәзинур Собханғоловҡа (Ҡауарҙы) етеүсе булманы, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы биләп, унан Рушан Шәрипов (Табын) һәм Айназ Вәлитов (Табын) ҡалышты. 80 кг ауырлыҡ категорияһында Сәйетбаба һәм Табын ауыл биләмәләре көрәшселәре үҙ көсөн, таһыллығын күрһәтте. Булат Ғәлләмов (Сәйетбаба) еңеүсе булды, икенсе урынды Азат Үтәгәнов (Табын) яуланы, өсөнсөлә - Айгиз Әбсәләмов (Табын). 80 кг-дан ашыу ауырлыҡ категорияһында Айназ Игелеков (Красноусол) турнир еңеүсеһе булды. Икенсе урын Миңнулла Фәттәховта (Сәйетбаба), өсөнсө - Айбулат Хажинда (Ҡауарҙы). Ғәзинур Собханғолов менән Азат Үтәгәнов абсолют чемпион исеме өсөн көрәште. Табын ауыл биләмәһе өсөн сығыш яһаған Азат Үтәгәнов еңеүсе тип табылды. Тәкәләрҙе яурындарына һалып, милли көрәш бу-йынса турнир еңеүселәре һәм призёрҙары тамашасыларҙың хөрмәтенә һәм хуплауына, ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ булды.