-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Июнь 2022, 16:20

Армспорт, волейбол, шахмат...

Һабантуйҙың спорт программаһы быйыл да бик бай булды. Йылдағыса теләгәндәр шахмат, армспорт, волейбол, футбол бу-йынса көс һынашты, йүгерҙе, оҙонлоҡҡа һикерҙе. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең тренер-уҡытыусылары (директоры - Л.Т. Сәйфуллин) судьялыҡ эшен етди алып барған ярыштар еңеүселәрен билдәләп үтәйек.

Армспорт, волейбол, шахмат...
Армспорт, волейбол, шахмат...

Армспортта 70 кг-ға тиклем ауырлыҡта төп бүләккә Азамат Юлыҡов (Ҡауарҙы) лайыҡ булды, икенсе урын Радмир Ҡоҙайғоловта (Ҡауарҙы), өсөнсөлә - Әлфир Рәхимовта (Красноусол).
80 кг-ға тиклем ауырлыҡта Илһам Әбделмәновҡа (Красноусол) етеүсе булманы, 2-се һәм 3-сө урындарҙы Эдуард Ҡотлойәров (Ҡауарҙы) һәм Илдар Сурағолов (Ҡауарҙы) алды. 80 кг-дан ауырыраҡ ысын бәһлеүәндәр төркөмөндә Красноусол ауыл биләмәһе вәкиле Әхмәд Алиян еңде. Ҡауарҙы ауыл биләмәһе өсөн сығыш яһаған Илгиз Кәримовта - 2-се урын, ә Яңғыҙҡайындан Наил Ғәлекәйевта почетлы «бронза».
Еңел атлетика буйынса ярыштар 100 метрҙан 3 километрға тиклемге араға йүгереүҙән торҙо. Сәйетбаба ауылы биләмәһенән Наҙгөл Рәхимова һәм Айгиз Аҫылбәков 100 метрға йүгереүҙә иң етеҙе булды. 400 м арауыҡта йәнә Наҙгөл Рәхимова еңеү яуланы, 800 м иһә Руслан Мәхийәнов иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Виолетта Алтынбаева (ДЮСШ) 1500 метрға йүгереүҙә еңеүсе булды, ә Алмаз Буранғолов (Яугилде) 3000 метрға уҙышта беренселекте бирмәне.
Оҙонлоҡҡа һикереүҙә Сәйетбаба урта мәктәбе уҡыусылары айырылып торҙо. Бөтә призлы урындар ҙа – уларҙа! Наҙгөл Рәхимова һәм Динис Мәүлетҡолов «алтын» яуланы.
Шахмат турнирында ҡатнашып, зирәклектә көс һынашып ҡарарға теләүселәр ҙә күп ине. Валерий Петров (Аҡкүл), Илнур Абдуллин (Ҡауарҙы), Айҙар Исхаҡов (Ҡауарҙы), Элина Исхаҡова (Ҡауарҙы), Элина Шәрипова (Красноусол) һәм Зилә Абдуллина (Ҡауарҙы) еңеүселәр һәм призёрҙар булды. Әлбиттә, һәр кем иҫтәлекле бүләктәр һәм миҙалдар менән бүләкләнде. Шахмат спортында Ҡауарҙы ауыл биләмәһе вәкилдәренең һөҙөмтәле уйыны билдәләп үтелде.
Һабантуйҙа гер күтәреүселәр араһында турнир үткәреү традицияһы ла һаҡланып килә. С.А. Лбов, А.С. Лбов, М.Т. Шаров һәм С.Т. Шаров был юлы ярыш еңеүселәре булды. Күптәр арҡан тартыуҙы уйын ғына тип ҡабул итә. Әммә ул үҙаллы спорт дисциплинаһы булып, уның да үҙ ҡағиҙәләре бар. Был ярышта Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе еңеү яуланы. Икенсе урынды - Красноусол ауыл биләмәһе спортсылары, өсөнсөнө Ауырғазы күп профилле колледжы вәкилдәре алды.
Мини-футбол буйынса ярыш та сәмле үтте. «Эстудиантес» командаһы (Красноусол студенттары) Табын ауылы командаһын еңеп, финалға үтте һәм «Самарка» (Красноусол) командаһы менән осрашты. «Самарка» - турнир еңеүсеһе, студенттар - икенсе урын алды, ә Табын егеттәре, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бронза миҙал өсөн уйында Талбазы ауылы ҡунаҡтарынан ҡалышҡан.
Волейбол уйынын тамаша ҡылыусылар ҙа күп булды. Ир-егеттәр төркөмөндә Красноусол ауылы спорт ветерандары еңде. Икенсе һәм өсөнсө урындар - Юлыҡ һәм Сәйетбаба командаларында. Ҡатын-ҡыҙҙар төркөмөндә Красноусол волейболсылары - беренселә, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенә - икенсе, Имәндәш спортсыларына - өсөнсө урын.
Һабантуй программаһының спорт өлөшө бик күп сағыу мәлдәр менән ҡыуандырҙы.

Армспорт, волейбол, шахмат...
Армспорт, волейбол, шахмат...
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: