Быйыл ат сабышында юртаҡтарҙа һәм ярым яҡшы тоҡомло аттарҙа ғына түгел, шулай уҡ йөҙ килограмм һәм унан ашыу ауырлыҡтағы аттарҙа ла сабыштылар. Беренсе этапта 5 һыбайлы уҙышты. Эдуард Түзбәков, Иҙел Насиров, Рәшит Бәхтийәров, Альберт Урманшин һәм Рөстәм Шаһиев тайғаҡ трассанан сыҡмаҫҡа тырышып, аттарын ҡыуҙы. Йылдың-йылы сабышта ҡатнашҡан Р.Бәхтийәров менән Э.Тузбәков беренсе булып килде. Икенсе этапта Буранбай Дәүләтбаев, Винер Фәхретдинов, Инсаф Бикташев, Фәнил Әхтәмов, Владимир Түзбәков ярышты. Ф.Әхтәмов Абрек ҡушаматлы ете йәшлек атында алдынғылыҡты бирмәне. Икенсе урынды ярыштағы иң оло ат - Орликта Б. Дәүләтбаев алды. Өсөнсө этапта Радик Бәхтийәров, Руслан Фәхретдинов, атын алмаштырған Фәнил Әхтәмов, Хәйҙәр Ғәйнуллин, Анатолий Курбатов һәм Максим Разуваев сабышты. «Урожай» крәҫтиән хужалығы һыбайлылары Р.Бәхтийәров һәм Р.Фәхретдинов барыһын да артта ҡалдырып, финалда сығыш яһау хоҡуғын алды.
Саф тоҡомло аттар (юртаҡтар) уҙышында ике һайлап алыу һәм финал ярышы үтте. Беренсе булып стартҡа һыбайлылар Радик Түзбәков, Фәнис Фәхретдинов, Илшат Ғиззәтуллин, Эдуард Кәримов, Ринат Ҡаҙаҡҡолов сыҡты.
«Урожай» өсөн сығыш яһаған Ф.Фәхретдинов был этапта иң оло ҡатнашыусы ине. Уға 62 йәш, һәм был уға эйәрҙә ышаныслы ултырырға ҡамасауламаны - ул Маршал ҡушаматлы өс йәшлек юртағында финиш һыҙығын икенсе булып үтте. Киләһе һайлап алыу ярышында Радик һәм Эдуард Түзбәковтар, Фәнил Әхтәмов һәм Филүс Төхвәтуллин уҙышты. Инглиз тоҡомло аҡ юртаҡта Красноусол ауыл биләмәһе өсөн ярышҡан Юрмаш ауылынан Фәнил баштан уҡ алға сығып, еңеү яуланы. Икенсе урында «Урман» крәҫтиән хужалығынан Э.Түзбәков. Юртаҡтар уҙышы финалында елдәй елеп, "Һабантуй-2022" ярышының еңеүсеһе Эдуард Түзбәков булды. Фәнил Әхтәмов - икенсе, Фәнис Фәхретдинов өсөнсө урында.
Ярым яҡшы тоҡомло аттар уҙышында Руслан Фәхретдинов еңеү яуланы. Икенсе урынды - Эдуард Түзбәков, өсөнсөнө Рәшит Бәхтийәров алды.
100 кг һәм унан ашыу ауырлыҡтағы аттар сабышында «Еҙем» тәбиғәт паркы етәксеһе Азамат Ибәтуллин ышаныслы еңеп сыҡты.
Ат сабышы еңеүселәренә һәм призёрҙарына төҙөлөш техникаһы һәм хужалыҡ кәрәк-ярағы кеүек ҡиммәтле бүләктәрҙе ярыштың баш судьяһы, район Советы рәйесе Ф.Х. Зәйнетдинов тантаналы рәүештә тапшырҙы.
Һабантуйҙың ат спорты программаһы ат сабышы менән генә сикләнмәне. Ярыштарҙан һуң Берёзовка һәм Родина ауылынан һыбайлылар төркөмө "Ылаҡ" уйынын күрһәтте. Уның асылы сабып барғанда “кәзә” түшкәһен эләктереүгә һәм махсус билдәләнгән урынға ташлауға ҡайтып ҡала. Был мауыҡтырғыс уйын Родина ауылы командаһының еңеүе менән тамамланды. Оҫта һыбайлылар берҙәм һәм тәүәккәл уйындары өсөн бүләктәр алды.