-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Июнь 2022, 11:40

Беҙҙекеләр – чемпион!

«Спорт - йәшәү нормаһы» федераль проекты сиктәрендә Туймазы ҡалаһында полиатлон буйынса Башҡортостан Республикаһы Ауыл спорт уйындарының финалы уҙҙы.

Беҙҙекеләр – чемпион!
Беҙҙекеләр – чемпион!

Ярыштарҙа Ғафури районы командаһы исеменән Эдуард Өмөтбаев, Илдар Ураҙғолов, Георгий Афанасьев, Лиана Хәкимова, Анастасия Григорьева сығыш яһаны.
Өс көн дауамында спортсылар спорт снарядтары ырғытыуҙа, пневматик мылтыҡтан атыуҙа, ҡыҫҡа һәм оҙон дистанцияға йүгереүҙә һәм йөҙөүҙә иң яҡшыларҙы асыҡланы.
Дөйөм команда зачетында ғафуриҙар 1206 мәрәй йыйып, полиатлон буйынса республика чемпиондары исемен сираттағы тапҡыр раҫлап, беренсе урынды алды!
Шәхси беренселектә Илдар Ураҙғолов һәм Лиана Хәкимова ярыштарҙың көмөш призерҙары булды, ә Эдуард Өмөтбаев бронза награда яуланы.
"Алтын" спортсыларыбыҙҙы ҡотлайбыҙ, артабан да уңыштар һәм яңы еңеүҙәр теләйбеҙ.

Беҙҙекеләр – чемпион!
Беҙҙекеләр – чемпион!
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: