+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Август 2023, 19:55

ГТО нормативтары тапшырҙылар

Бөгөн «Еҙем» физкультура-һауыҡтырыу комплексы биләмәһендә Бөтә Рәсәй физкультурниктар көнөнә арналған «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы нормативтарын тапшырыу сараһы үтте. Фестиваль «Спорт - йәшәү нормаһы» федераль проекты сиктәрендә һәм «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексының саралар планына ярашлы уҙғарыла.

ГТО нормативтары тапшырҙылар
ГТО нормативтары тапшырҙылар

Сараны район хакимиәтенең физик культура һәм спорт бүлеге начальнигы Шамил Хәкимов асты. Ул ҡатнашыусыларҙы байрам менән ҡотланы һәм ГТО нормативтарҙы тапшырыуҙа әүҙем ҡатнашҡан ғаиләләргә ГТО билдәләрен тапшырҙы. Наградлауҙан һуң ҡатнашыусылар һынауҙар үтеү өсөн майҙансыҡтар буйлап бүленде. 

Фестиваль йомғаҡтары буйынса һөҙөмтәләр түбәндәгесә билдәләнде:

6-11 йәшлек ҡыҙҙар араһында -

1-се урында - Ренат Дибаева, 2-селә - Коробова Алёна , 3-сө урында - Гусельникова Евгения булһа, малайҙар араһында - 1-се урында - Сундуков Солтанбәк 2-селә - Коробов Давид, өсөнсө урында - Әхмәтйәнов Ролан һәм Миндияров Дмитрий булды.

12-13 йәшлектәр - 

1-се урында - Ергунова Анна, 2-се урында - Әбделмәнова Әҙилә, 3-сөлә - Баязитова Полина

12-17 йәшлектәр -

1-се урында - Дибаев Вәсим. 2-се урында - Сәйфуллин Данияр, 3-сөлә - Бәширов Динар.

14-17 йәшлектәр -

1-се урын - Торопкина Карина 2-се урын - Сәйфетдинова Лиана 3-сө урын - Мартиросян Арусик,

30-39 йәшлектәр -

1-се урында - Диченский Әлфиә, 2-се урында -Дибаева Светлана.

65 йәш һәм унан олораҡтар -

1-се урында - Әхмәтйәнов Фәтҡулла, 2-се урында - Хисаметдинов Мөхәмәт.

Нормативтарҙы барыһы ла уңышлы тапшырҙы һәм һаулыҡ, яҡшы кәйеф тә алды. Фестиваль аҙағында еңеүселәр ГТО хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн миҙалдар менән бүләкләнде. Барыһын да Физкультурниктар көнө менән ҡотлайбыҙ!

 

ГТО нормативтары тапшырҙылар
ГТО нормативтары тапшырҙылар
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: