Көн һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, был спорт төрөн үҙ иткән мәктәп уҡыусылары менән бер рәттән төрлө йәштәге һәм төрлө һөнәр эйәләре саңғыға баҫты. Элекке телевышка янындағы саңғы трассаһы ентекле әҙерләнгән, старт һәм финиш урыны аллы-гөллө флажоктар менән биҙәлгән. Уҙыштарҙа 100-ҙән ашыу кеше ҡатнашып, Красноусолдағы 1, 2, 3-сө, Юлыҡ, Ҡауарҙы, Сәйетбаба, Йөҙимән, Яңғыҙҡайын, Табын мәктәптәре саңғысылары ҡатнашып, үҙ етеҙлектәрен һынаны.
Саңғы спорты ветерандары Красноусолдан Фәтҡулла Әхмәтйәнов, Мөхәмәт Хисаметдинов, Фаил Ғафаров, Рәмил Ғимранов, Розалия Дәүләтбаева, Аҡкүлдән Римма Сергеева ла бында. Иң өлкән ҡатнашыусы - Йөҙимән ауылынан килгән 70 йәшлек Миңләхмәт Әхтәмовтың да бындай ярыштарҙа ҡатнашыуы тәүгеһенән түгел икән, ул саңғы спорты менән даими шөғөлләнеүе хаҡында белдерҙе. Ул ярышта энеһенең улдары – Йөҙимән мәктәбендә 6-сы класта уҡып йөрөгән игеҙәктәр Данис һәм Денис Әхтәмовтарҙың да ҡатнашыуын әйтеп үтте.
Ярышты тантаналы асыуҙа район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм иҡтисади мәсьәләләр бу-йынса урынбаҫарҙары Гүзәл Байдәүләтова менән Гөлнара Ғөбәйҙуллина ҡатнашты.
- Бөгөн бөтөн Рәсәй буйынса, шул иҫәптән беҙҙең районда ла “Рәсәй саңғы юлы – 2025” ярыштары үтә. Район хакимиәте башлығы Венер Вахитов һәм шәхсән үҙемдең исемдән ошондай матур байрам менән ҡотлайым, барығыҙға ла уңышлы уҙыштар, иң етеҙҙәрҙең еңеүен теләйем, - тине саңғысыларҙы сәләмләп, Гүзәл Зөфәр ҡыҙы. – Рәсәйҙә Президент Владимир Путин тарафынан быйылғы йыл Ватанды һаҡлаусылар йылы, ә Башҡортостанда республика Башлығы Радий Хәбиров тарафынан Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылы тип иғлан ителде. Районда быйыл уҙғарыласаҡ сараларҙың барыһы ла ошо темалар сиктәрендә уҙа һәм уҙасаҡ, әлегеһе лә уларға бағышланды. Минең уйымса, ярыштарҙа улар һеҙҙе еңеүҙәргә рухландырыр һәм Ватаныбыҙҙың йылыһын тойорһоғоҙ, ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхет һеҙгә, илгә тыныслыҡ килһен, - тигән теләктә ҡалды Гүзәл Байдәүләтова.
Сараны алып барыусы Фәнзил Ғәлин: “Бар донъяла кешеләр көслө һәм сәләмәт булырға теләй. Районыбыҙҙа йәшәүселәрҙең сәләмәт тормош яҡлы булыуын тап бөгөн һеҙ иҫбатлаясаҡһығыҙ ҙа инде. Уңыштар һеҙгә! Иң етеҙҙәрҙең еңеүен теләйбеҙ!” – тигән теләген еткерҙе.
Район хакимиәтенең физкультура һәм спорт бүлеге начальнигы Шамил Хәкимов аңлатмалар биреп үткәндән һуң, сәмле бәйге иң кесе – 8-9 йәшлек саңғысылар уҙышынан башланды. Ошо йәштәге ҡыҙҙар араһындағы бәйгелә Ҡауарҙы мәктәбенән Фәғилә Исмәғилева - 1-се, Клара Исмәғилева - 3-сө урындарҙы яулаһа, Красноусолдағы 2-се урта мәктәп уҡыусылары Алёна Коробова финиш һыҙығын – 2-се, Милана Хәкимова 3-сө булып үтте. Малайҙар араһындағы уҙыш Давид Коробовтың (2-се мәктәп) еңеүе менән тамамланды, Таһир Өмөтбаев (Яңғыҙҡайын мәктәбе) – 2-се, Даниил Елисеев (3-сө мәктәп) – 3-сө урында.
10-11 йәшлек ҡыҙ-малайҙар араһында: Эвелина Әлмөхәмәтова (Ҡауарҙы) менән Солтанбәк Сундуков (1-се мәктәп) – 1-се, Рената Дибаева (1-се мәктәп) менән Вадим Зәйнуллин (Сәйетбаба) – 2-се, Дилә Ғәлина (Ҡауарҙы) менән Арсений Батыршин 3-сө урын яуланы.
12-13 йәшлектәр араһында: Айбулат Бәширов (Ҡауарҙы) менән Лина Мөхәмәтйәнова (1-се мәктәп) - 1-се, Байрас Шәфиев менән Эльвина Исхаҡова (икеһе лә Ҡауарҙы мәктәбенән) – 2-се, Азат Мансуров (Сәйетбаба) менән Яна Тюрина (1-се мәктәп) 3-сө урынға лайыҡ булды.
14-15 йәшлектәрҙән: Лиана Сәйфетдинова (1-се мәктәп) менән Рамазан Исмәғилев (Ҡауарҙы) финиш һыҙығын – беренсе, 1-се мәктәп саңғысылары Эллана Сундукова менән Вәсим Дибаев – икенсе, Әлиә Хәмзина (2-се мәктәп) менән Илнар Абдуллин (Ҡауарҙы) өсөнсө булып үтте.
16-17 йәшлектәр араһындағы уҙышта Илүзә Иғзаҡова (2-се мәктәп) менән Павел Максимов еңеүсе булды, Полина Лунегова (3-сө мәктәп) менән Камил Вәлиев (Сәйетбаба) 2-се урындар яуланы.
18-39 йәшлектәрҙән Сысойкин – 1-се, Кәримов – 2-се, Дәүләтбаев 3-сө урындарға, 40-59 йәшлектәрҙән Розалия Дәүләтбаева – 1-се, Римма Сергеева 2-се урындарға, Фаил Ғафаров – 1-се, Фәнүр Нурғәлиев 2-се урындарға, 60-69 йәшлектәрҙән Фәтҡулла Әхмәтйәнов – 1-се, Рәмил Ғимранов – 2-се, 70 һәм өлкән йәштәгеләр араһында Мөхәмәт Хисаметдинов – 1-се, Айҙар Мөхәмәтйәнов – 2-се, Миңләхмәт Әхтәмов 3-сө урындарға лайыҡ булды.
Саңғы уҙышында ҡатнашыусылар, бары тик спорттан һәм сихри ҡышҡы тәбиғәттән генә ыңғай тойғолар, күңел күтәренкелеге һәм дәрт-дарман алырға мөмкин булыуына тағы ла бер тапҡыр инанып, ҡәнәғәтлек менән таралышты.