Муниципаль район Советының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнделәр:
үҫеп килеүсе йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүҙә оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр эшләгәне һәм өлгәшкән уңыштары өсөн:
Рифат Мөнир улы ИШМӨХӘМӘТОВ – мәғариф ветераны, Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең элекке директоры.
Муниципаль район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары менән бүләкләнделәр:
оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне һәм юғары һөнәри оҫталыҡ өсөн:
Татьяна Сергеевна НОВИКОВА – Рәсәй Федерацияһы Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы Ғафури районындағы Идаралығы баш белгес-эксперты;
райондың энергетика системаһында оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне һәм юғары һөнәри оҫталыҡ өсөн:
Геннадий Николаевич ТАРАСОВ – Ғафури РЭС-ының “Ишембай электр селтәрҙәре” етештереү бүлексәһенең автомашина водителе;
райондың агросәнәғәт комплексы системаһында оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне һәм юғары һөнәри оҫталыҡ өсөн:
Елена Олеговна НОВИКОВА – район ветеринар станцияһының I категориялы ветеринар табибы;
оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне һәм элемтә сараларын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн:
Николай Петрович ИПАТОВ – “Башинформсвязь” ПАО-һы Стәрлетамаҡ телекоммуникацияларҙы техник файҙаланыу район-ара үҙәгенең Красноусол линия-техник цехының элемтә электромеханигы;
урындағы үҙидара органдарында оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр эшләгәне өсөн:
Рита Нәсибулла ҡыҙы САТТАРОВА – Красноусол ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте белгесе.
Хеҙмәт бурыстарын үтәүгә намыҫлы ҡарағаны һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Граждандар оборонаһы көнө айҡанлы:
Галина Александровна КАЛАБУГИНА – янғын элемтәһе диспетчеры.