Яҡташыбыҙ, Таш-Аҫты ауылы уҙаманы, «Башҡортостан» гәзитенең дәүләт һәм хоҡуҡ бүлеге мөдире, күренекле башҡорт шағиры, яҙыусы һәм журналист Салауат Әбүзәровҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов тейешле Указға ҡул ҡуйҙы. Документта билдәләүенсә, маҡтаулы исем юғары һөнәри оҫталығы һәм матбуғат өлкәһендә оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн бирелде. Журналисҡа награданы «Башҡортостан» гәзитенең 100 йыллығына арналған байрам сараһында тапшырҙылар.