Беҙҙең район алдынғы, егәрле кешеләргә бай. Ерҙең бәрәкәтлегенәнме, тәбиғәттең таҙалығынанмы икән был күренеш, уныһы билдәһеҙ. Алдынғы ҡарашлы, рухлы, белемгә, ғилемгә ынтылыусы, бөтә ыңғай яңылыҡтарҙы үҙ итеүсе гүзәл бер зат – Гүзәл Рауил ҡыҙы Мөхәмәтшина тураһында ине һүҙем.
Гүзәл һалҡын декабрь айында Йөҙимән ауылында йәшәүсе Рауил Зәйниғәли улы менән Нәсимә Носратулла ҡыҙының ғаиләһендә балаларының иң кесеһе булып донъяға килә. Ғаиләлә апай-ағайҙарының иң яратҡан, иң иркә һеңлеләре ул Гүзәл. Бәләкәй сағынан тиктормаҫ, әүҙем, эшсән, егәрле, дөрөҫлөктө береһенән дә ҡурҡмай сатнатып әйтә торған ҡыҙ булып үҫә. Мәктәптә бөтә концерттарҙы, ауыл һабантуйҙарын алып барыусы, колхозға урып-йыйыу эштәрендә ярҙам иткәндә мәктәп уҡыусыларының бригадиры була.
Мәктәп йылдары һиҙелмәй ҙә үтеп китә. Уҡып бөткәс, үҙ булмышына тоғро ҡалып, кешеләрҙе дауалаусы иң шәфҡәтле һөнәр һайлай ул. 1989 йылда документтарын Салауат ҡалаһындағы медицина училищеһына тапшырып, уны уңышлы тамамлап сыға. Ҡаҡса ғына, тиктормаҫ ҡыҙ үҙәк район дауаханаһының иң ауыр һаналған хирургия бүлегендә шәфҡәт туташы булып хеҙмәт юлын башлай.
Тамырҙарын тыуған еренә беркетеп, беренсе мөхәббәте – Йәүҙәт Миңнулла улы Мөхәмәтшин менән сәстәрен-сәскә бәйләп, Красноусол ауылында ғаилә ҡоралар. Уларҙың мөхәббәт емеше булып 1994 йылда ҡыҙҙары Регина донъяға килә. Ул да ата-әсәһе кеүек тырыш, уңған, аҡыллы бала булып үҫә. Красноусол гимназияһын тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт университетының биология факультетына уҡырға инә. Бөтә яҡындарын, ата-әсәһен һөйөндөрөп, уны Ҡыҙыл дипломға тамамлай. Әлеге көндә эшләп йөрөй.
Ғаиләһенең таянысы, оло терәге булған тормош иптәше Йәүҙәт Башҡортостан автотранспорт предприятиеһында алдынғы водитель булып эшләй.
Гүзәл Рауил ҡыҙы 13 йыл Красноусол дауаханаһында эшләгәндән һуң, саҡырыу буйынса “Красноусол” шифаханаһына эшкә килә. Ял итеүселәрҙән гел рәхмәт һүҙҙәре ишетә ул. Шифахана хакимиәте, район Советының Маҡтау гармоталары менән бүләкләнгән. Эшендә генә түгел, өйөндә лә маҡтауға лайыҡ өлгөлө хужабикә ул. Баҡсалары тулы емеш-еләк, йәшелсә, күҙ яуын алырлыҡ сәскәләр. Ҡура тулы ҡош-ҡорт: ҡаҙ, өйрәк- тауыҡты күпләп аҫрайҙар. Күркәм йорттары ла күңел биреп зауыҡ менән заманса эшләнгән. Туған-тыумасаларҙан, яҡындарынан өҙөлмәй улар. Һәр ваҡыт яҡты йөҙ, йылы һүҙ, тәмле аштары менән ҡаршы ала улар яҡындарын. Шәжәрә байрамдары үткәреп, туғандарына ғына түгел, дуҫтарына ла һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер ул. Моңло-хисле, шиғри күңелле, дәртле, гүзәлдәрҙән-гүзәл Гүзәл Рауил ҡыҙы ошо көндәрҙә матур юбилейын билдәләне. Уны ошо ғүмер байрамы менән ҡотлап, һаулыҡ, ғаилә бәхете, мөхәббәт, күңел тыныслығы, шатлыҡтар теләге килә. Ҡыҙының уңыштарына ҡыуанып, яҡындарын һөйөндөрөп, тормош иптәше менән тигеҙ ҡартайырға яҙһын уға.