Уй-фекерҙәре бер төптән булған эшҡыуарҙар Светлана һәм Николай Фоминдар ассортиментты байытыу, етештереү цехтарын заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу менән бер рәттән, эшләүселәргә ваҡытында эш хаҡы түләү, уларҙың эш һәм ял итеү урындары хәүефһеҙ һәм уңайлы булһын өсөн дә күп көс һала. Хәҙер бында туңдырыу ҡоролмаһы, печенье эшләү линияһы, йөк лифты, эшселәргә кейенеп-сисенеү урындары, душ, теннис һәм бильярд өҫтәлдәре урынлаштырылған иркен ял бүлмәһе, бәҙрәф булдырылған. Әйткәндәй, икмәкхананың тыуған көнө уңайынан асылғандан алып эшләгән 30 кешегә эш хаҡына өҫтәлмә премия һәм Маҡтау ҡағыҙҙары бирелде. Бер нисә йыл эсендә бындағы эшселәр һаны 2 тапҡырҙан күберәккә артҡан.
Эшҡыуарҙар районда үткәрелгән спорт, мәҙәни сараларҙың даими бағыусылары, үҙҙәре лә әленән-әле спорт байрамдары уҙғарып тора. Улар Табын ауылы приютындағы балаларға тәмле-татлы күстәнәстәр алып барып сикһеҙ шатлыҡ бүләк итеүселәр ҙә. Татыу ғаиләлә үҫкән 3 улға - Мәскәү инженер-физик институты студенттары Владислав менән Дмитрийға һәм 7 класс уҡыусыһы Алексейға хәстәрлекле, өлгөлө атай-әсәй ҙә улар. Райондың ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнашып, киләсәккә яҡты пландар ҡороп йәшәгән Фоминдарға бар хыялдарының тормошҡа ашыуын теләргә генә ҡала.