-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Уңғандарыбыҙ
26 Июнь 2018, 13:14

Ҡулдарынан гөлдәр тама, йөҙөндә таң нурҙары

Кеше һоҡланырлыҡ әллә ниндәй хикмәттәр яһай белеүсе кешеләр тураһында ана шулай тиҙәр. Тәҙрә төбөндәге гөлдәре ҡышын да шау сәскәлә ултырып, йәй көндәрендә ишек алды аллы-гөллө сәскәләргә күмелгәнгә, ниндәй генә эшкә тотонһа ла, ҡулы ятып торғанға, уңған булғанға шулай тиҙәр улар тураһында ...

Еҙем-Ҡаран ауылының хөрмәтле шәхесе, ғүмеренең ҡырҡ йылын балаларға белем биреүгә бағышлаған, бөгөнгө көндә хаҡлы ялда булған изге күңелле туғандарымдың береһе - бер туған апайым Гөлнур Айҙар ҡыҙы Мәҡсүтова тап шундайҙарҙан.

Гөлнур 1958 йылдың иң гүзәл миҙгеле - йәй айында, бар тәбиғәт сәскәләргә күмелгән мәлдә тыуа. Ул өләсәйем Сәғиҙә үрнәгендә, кескенәнән үк тыңлаусан, теүәллекте, бөхтәлекте ярата торған ҡыҙ булып үҫә. Өләсәйемдең “уҡы, балам, уҡыған кеше хур булмай ул”, - тигән һүҙҙәре гел ҡолағында яңғырап тора, һәм сәмләнеп, тырышып уҡый ул. 1975 йылда урта мәктәпте “4” һәм “5” билдәләренә тамамлай. Бәләкәйҙән уҡытыусы булырға хыялланған Гөлнур 18 йәшендә Йөҙимән урта мәктәбендә уҡытыусы булып эш башлай һәм ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының химия, биология факультетына уҡырға инә, 1982 йылда уны уңышлы тамамлай.

1984 йылда яҙмыш Гөлнурҙы Еҙем-Ҡаран ауылы егете Фәрит менән осраштыра һәм йәштәр донъя ҡороп ебәрәләр. Бер-бер артлы улдары Азат, Ирек тыуа. Йәштәр Йөҙимән ауы-

лында эшләй, 1986 йылда Фәрит еҙнәне Архангел ауылына баш табип итеп эшкә саҡыралар. Унда Гөлнур тәрбиәсе булып эшләй.

Биш йыл Архангелдә йәшәгәндән һуң йәштәр Фәрит еҙнәнең тыуған ауылына, Еҙем-Ҡаранға ҡайтып төпләнә. Фәрит еҙнә Еҙем-Ҡаран участка дауаханаһында баш табип, ә Гөлнур мәктәптә химия, биология уҡытыусыһы булып эш башлайҙар. Аҡыллы, уңған Гөлнурҙы ҡайны-ҡәйнәһе лә ярата. Тиҙҙән йәштәр өй һалып сыға, 1995 йылда төпсөк улдары Илшат тыуа.

Тормош гел күңелле миҙгелдәрҙән генә тормай, әсе хәсрәттәр ҙә ситләтеп үтмәй Гөлнурҙы. Матур итеп донъя көткәндә, яратҡан тормош иптәше, улдарының атаһы, пар ҡанаты, һөйкөмлө, аҡыллы Фәрите яҡты донъяларҙан китеп бара.

Гөлнур әйтеп аңлата алмаҫлыҡ ауыр ваҡыттарҙа кисергән хис-тойғоларын, хәсрәттәрен тик үҙе генә белә. «Былай ебеп төшөргә, бирешергә ярамай», - тип уйлай. Хәҙер бит ул улдарына ваҡытынан алда гүргә кергән атайҙарын да алыштырырға тейеш һәм малайҙары өсөн апайым хәсрәтен эсенә йота белгән сабыр, йомшаҡ һүҙле ҡайғыртыусан әсәй ҙә, талапсан атай ҙа була. Улдары ла әсәйҙәренең хәлен аңлап, бик тыңлаусан, аҡыллы булдылар, һәр эштә ҡулдарынан килгән тиклем ярҙамлаштылар. Һәм бирешмәй Гөлнур, теҙ аҫтына килтереп һуҡҡан яҙмышына буйһонмай, мәктәптә балалар уҡытырға, өйөндә донъя көтөргә, улдарына тәрбиә бирергә, барыһына ла өлгөрә ул.

Һүҙен һүҙ итә белеүенең, ниндәй генә эшкә тотонһа ла, ҡулдарынан гөл ҡойолоуының, донъяһының балҡып тороуының, балаларының, ғаиләһенең бағыулы булыуының, 40 йыллыҡ уҡытыусылыҡ эшенә тырнаҡ осондай ғына булһа ла кер төшөрмәй, ҙур абруй ҡаҙаныуының нигеҙ ташы - уның шул ныҡлы характерына бәйлелер...

Ауыл уҡытыусыһының эше тауыҡ сүпләһә лә бөтмәй бит ул. Күпме түҙемлек, сабырлыҡ, тәртип, йыйнаҡлыҡ, ваҡытты дөрөҫ бүлә белеү һәм тағын бик күп сифаттарға эйә булыу кәрәк. Был сифаттар апа-йымда барыһы ла бар. 40 йыллыҡ педагогик хеҙмәт юлында үҙен талапсан, белемле, етди, тырыш уҡытыусы итеп танытты. Апайымдағы яуаплылыҡ сифаты күптәргә өлгө. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын, ул уны еренә еткереп, сифатлы итеп башҡара. Уҡыусылары район, республика кимәлендә үткәрелгән олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар яуланы. 2004 йылда ул етәкләгән класта уҡыусыларының өсәүһе - алтын, өсәүһе көмөш миҙалға мәктәпте тамамланы.

Химия һәм биология уҡытыусыһы булараҡ, йәш быуында илгә, тыуған ергә, тәбиғәткә һәм халыҡҡа ҡарата оло ихтирам һәм һөйөү тойғоһон тәрбиәләүҙә лә уның роле ҙур. Уның уҡытҡан уҡыусылары араһында табиптар, уҡытыусылар, тағы ла бик күп һөнәр эйәләре бар. Ә бит уҡытыусының эш һөҙөмтәһе яҙын сәсеп, көҙөн урып ала торғандарҙан түгел, уны йылдар билдәләй.

Гөлнур Айҙар ҡыҙының педагогик хеҙмәте район хакимиәтенең, мәғариф бүлегенең Маҡтау грамоталары менән билдәләнде, 2005 йылда "Башҡортостандың мәғариф отличнигы" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

Ә ғүмер аҡҡан һыуҙай, толпар аттай елә лә елә! Аллаға шөкөр, инде улдары үҫеп, ҡанат йәйҙеләр, ғаилә ҡороп, тормош һуҡмаҡтарына үҙ аллы аяҡ баҫтылар. Азат һәм Ирек Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлап эшләп йөрөйҙәр, Илшат Башҡорт дәүләт медицина университетының һуңғы курсында уҡый. Бөгөн ҡәҙерле апайыбыҙ балаларының уңыштарына ҡыуанып, ейәнсәрҙәренә өләсәй булып, ҡәҙер-хөрмәттә ғүмер кисерә. Йортонда уңған хужабикә, ишек алды тулы сәскәләр, тәҙрә төбөндә гөлдәр, баҡсала еләк-емеш, йәшелсәләр үҫтерә, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай. Ҡышҡы оҙон кистәрҙә бәйләм бәйләй, спорт менән шөғөлләнергә лә өлгөрә – скандинав таяҡтары менән йөрөй.

Уҡыусыларым тип янып йәшәгән абруйлы мөғәллимә лә, изге күңелле апай ҙа, һөйөклө, изге әсә лә, рәхимле ҡәйнә лә, һөйкөмлө өләсәй ҙә, беҙҙең өсөн икенсе әсәйебеҙ урынына ҡалған ғәзизебеҙ ул. Төрлө ваҡыттарҙа беҙ уның йылы ҡанаты аҫтына һыйынабыҙ.

Ҡулдарыңдан гөлдәр тама,

Йөҙөңдә таң нурҙары,

Гел аяҙ көндәрҙән торһон

Яҡты ғүмер юлдарың.
Читайте нас: