-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Уңғандарыбыҙ
24 Июль 2018, 12:37

Яңғыҙҡайын йәйләүендә

Яңғыҙҡайын һөтсөлөк фермаһының йәйге лагеры Егән йылғаһы янында урынлашҡан. Һауын һыйырҙары бында көндәр йылыныу менән күсерелгән, ә ҡалған йәш малдар (һимертеүгә ҡуйылғандары һәм 1 йәшкә тик-лемге быҙауҙар менән бергә - барлығы 165 баш) фермала ҡалдырылған һәм Ноябревка (Сапар) ауылындағы йәйләүгә күсерелгән.

Матур тәбиғәт ҡосағында, саф һауалы Егән буйында урынлашҡан йәйге лагерҙа йәмғеһе 197 баш һауын һыйыры аҫрала. Улар машина менән һауыу операторҙары, йәғни 4 һауынсы Әминә Мусина, Рима Хәкимова, Таңсулпан Бергулиева, Денис Садиҡовҡа беркетелгән. Марс Бергулиев менән Рәжәп Нафиҡов был малҡайҙарҙы иркенлектә, яландар-болондар буйлап утлатып йөрөтөп көтә. Ә Сапарҙағыларҙы малсылар Рәмил Шәрипов менән Риф Мостафин, быҙауҙарҙы Ришат һәм Рифат Рәхимовтар тәрбиәләй.

-Һауынсылар ҙа, малсылар ҙа үҙ бурыстарына яуаплы ҡарап, бирелеп эшләйҙәр, - тип маҡтап телгә алды һөтсөлөк фермаһы мөдире Шамил Шәмсетдинов. – Төнгө көтөү ҙә ойошторҙоҡ, шуға күрә һөт кимәле лә бермә-бер артты. Йәйге лагерҙа ла, ферма биләмәһендә лә мал кардалары тәртипкә килтерелде. Әлеге мәлдә ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләү буйынса ҡыҙыу эш бара. Ул тамамланыуға ферманың ремонт талап ителгән урындарында эштәр дауам итәсәк, - ти мөдир.
Читайте нас: