Йыл һайын августың беренсе йәкшәмбеһендә илебеҙҙә Тимер юлсылар көнө билдәләнә. Район биләмәһендә урынлашҡан Аҡкүл тимер юл станцияһында ЭЧС-21 бригадаһы электромеханигы Рөстәм Әсәҙуллин тап ошо һөнәрҙе һайлауына һис тә үкенмәй.
3 кешенән – электромеханик, 2 электромонтерҙан торған бригада тимер юлдың 46 километрындағы яҡтылыҡ селтәренең төҙөклөгө, бар ҡоролмаларҙың ток менән тейешле кимәлдә өҙлөкһөҙ тәьмин ителеүе өсөн яуаплы. Тимер юл аша сыға торған 8 переезды, перрондарҙы, бәләкәй станция – разъездарҙы һәм башҡа урындарҙы яҡтыртыу, переездарҙағы светофорҙарға электр уты биреү, 12 трансформатор подстанцияһын хеҙмәтләндереү, электр линияһында булған аварияларҙың эҙемтәләрен бөтөрөү ҙә улар өҫтөндә.
“Ҙур теүәллек, иғтибарлылыҡ талап иткән һөнәрем, һәр эштәге кеүек үҙ ауырлыҡтары булһа ла, үҙемә ныҡ оҡшай, - ти Рөстәм эше тураһында һөйләгәндә. – Авария йәки башҡа сәбәптәр менән тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында эшкә сығабыҙ. Һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, ҡойма яуында ла, буранда ла, сатлама һыуыҡта ла асыҡ һауа шарттарында эшләргә тура килә. Юғары көсөргәнешле электр селтәрҙәрен хеҙмәтләндергәс, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә ҙур иғтибар бирәбеҙ. Бының өсөн махсус ҡорамалдар, мәҫәлән, линияла ток барлығын билдәләүсе көсөргәнеш күрһәткесе, резина бирсәткәләр, махсус кейемебеҙ, ҡорамалдар бар. Ай һайын төҙөлгән планға ярашлы эшләйбеҙ. Унда беҙҙең ҡарамаҡтағы тимер юлы буйлап һуҙылған электр линияһының төҙөклөгөн йәйәүләп ҡарап сығыу, көсөргәнеште тикшереү, электр терәүҙәре аҫтындағы 2,5 м радиуста үләндәрҙе сабыу-таҙартыу, уларҙағы һандарҙы (яҙыу) яңыртып тороу, аварияларға ҡаршы техник уҡыуҙар, хеҙмәт һағы көндәре үткәреү һәм башҡа күп эштәр ҡаралған.”
Аҡкүл станцияһы начальнигы Светлана Шәрәфетдинова әйтеүенсә, Рөстәм Әсәҙуллин уңған, яуаплы хеҙмәткәр генә түгел, өлгөлө ғаилә башлығы ла. Антоновка башланғыс мәктәбендә балаларға белем биреүсе ҡатыны Анастасия Михайловна менән 2 ҡыҙ үҫтерә улар. Яңы ғына бына тигән күркәм йорт та төҙөп ингәндәр. Бына шулай хеҙмәтенән йәм табып, матур ғаилә ҡороп йәшәй тимер юлында электромеханик булып эшләүсе Рөстәм Әсәҙуллин. Ошондай йәштәр күберәк булһын ине арабыҙҙа.