-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Уңғандарыбыҙ
31 Август 2018, 12:12

Ҡунаҡсыл йорт хужалары

Бурлы ауылының Имәнлек урамын уҙған кешеләр һәр саҡ гөл-сәскәгә күмелгән йорт янынан иғтибарһыҙ ғына үтеп китә алмайҙар. Сөнки ундағы матурлыҡҡа һоҡланмау мөмкин түгел.

Иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә шау сәскәлә тирә-яҡҡа йәм биреп ултырған Фәниә һәм Хәләф Тәүхетдиновтарҙың күркәм йорто быйыл “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында “Иң тәрбиәле ихата” номинацияһында еңеп сыҡты.

Йорт хужалары икеһе лә Бурлы ауылында тыуып үҫкәндәр. Бәхет эҙләп ситкә китмәй, үҙ бәхеттәрен тыуған ерҙәрендә тапҡан улар. Хәләф армия сафтарынан хеҙмәт итеп ҡайтыу менән руль артына ултыра һәм ғүмере буйы һайлаған һөнәренә тоғро ҡала. Йәшерәк сағында еңел машинала колхоз етәкселәрен йөрөтә. Тыңлаусан, ярҙамсыл, үҙ эшен яҡшы белгән, машинаһын һәр саҡ таҙа, ҡараулы, төҙөк тотҡан водителде колхоз етәкселәре үҙ итә. Ҡайҙа ғына барырға тура килмәй уға. Кешелә ул ваҡытта еңел машина юҡ тиерлек, шуға ла ауырыуҙарҙы дауаханаларға йыш йөрөтә. Ҡышҡы бурандарҙа, юлһыҙ саҡтарҙа бала табыу йортона иҫән-һау алып барып еткергәне өсөн күп әсәйҙәр уға рәхмәтле. Хәләфтең үткән юлдарын һанаһаң, Ер шарын бер нисә тапҡыр урап сығырға етер ине. Әлеге көндә лә ул эшләүен дауам итә. “Урожай” крәҫтиән хужалығы етәкселеге уның эшенән ҡәнәғәт, күп һанлы Маҡтау грамоталары, иҫтәлекле бүләктәр ошо хаҡта һөйләй. Тормош иптәшенең дә үҙенә тиң булғанын һайлап ала ул. Фәниә лә бик эшсән, тырыш күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Атаһы Мәжит ағайҙы ауылдаштары оҫта баҡсасы тип иҫләй. Уларҙың ата-әсәләре күптән был донъяла юҡ инде, әммә барлыҡ туғандары өсөн уларҙың ҡунаҡсыл өйөнөң ишеге һәр саҡ асыҡ.

Фәниә 30 йылдан артыҡ балалар баҡсаһында эшләне. Ауыр, тынғыһыҙ булһа ла, яратып башҡарҙы эшен. Әле лә тәрбиәләнеүселәре әллә ҡайҙан күреп, иҫәнлек һорашып китәләр. Бер нисә йыл элек уны ҙурлап, хөрмәтләп хаҡлы ялға оҙаттылар. Хәҙер инде ул тәмле аш-һыуҙары менән ейәндәрен һыйлай. Тәүхетдиновтар күп итеп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай. Һөт, ҡаймаҡ, ҡорот-эремсектәре балаларына ғына түгел, ауыл кешеләренә лә етә. Шундай мәшәҡәтле ауыл тормошонда ла матурлыҡты күрергә ваҡыт табалар. Ҡышҡы оҙон кистәрҙә йорт хужаһы ағастан, пластик шешәләрҙән, резина тәгәрмәстәрҙән төрлө һын-фигуралар эшләй. Ә йәмле йәй еткәс, аҡҡоштар, пальмалағы маймылдар, күлдәге балыҡтар булып, әкиәттәге кеүек матур баҡсаға күсә. Ҡала ҡунаҡтары был экзотик баҡсала фотоға төшөргә ярата.

Хәстәрлекле атай-әсәй ҙә улар – ике ҡыҙ, бер ул үҫтереп, барыһына ла юғары белем алырға ярҙам иттеләр. Балаларына гөрләтеп туйҙар үткәрҙеләр, хәҙер ейәндәр менән мәж киләләр. Оло ҡыҙҙары Лилиә тормош иптәше Ирек менән Себер тарафтарында йәшәй. Уларҙың балалары Ислам менән Сафия йәйҙәрен өләсәй-олатайҙа уҙғара. Рәмзил улдары ла ҡатыны Гүзәл, Илдар һәм Рамаҙан улдары менән ауылға йыш ҡайталар. Кесе ҡыҙҙары Гүзәлиә тормош иптәше Алмаз менән Өфөлә төпләнгән. Әмир исемле баһадирҙай ул үҫтерәләр.

Йәйҙәрен, ял көндәрендә Тәүхетдиновтарҙың донъяһы балаларҙың шат тауышына күмелә. Үҙҙәренең балалары, ейән-ейәнсәрҙәре янына туғандары, апай-ағайҙары ҡайта. Ҡунаҡсыл өйҙөң түре барыһын да һыйҙыра. Күңелең генә киң булһын. Ә күңелдәре киң уларҙың. Быйыл сентябрь айында уларҙың ғаилә ҡороуҙарына 35 йыл тула. Нигеҙегеҙ ныҡлы, донъяғыҙ түңәрәк. Хәҙер инде һеҙгә балалар бәхетенә ҡыуанып, бәхетле өләсәй-олатай булып, иҫәнлектә-һаулыҡта йәшәргә лә йәшәргә яҙһын.


Читайте нас: