Еҙем-Ҡаран ауылындағы “ШЭ Р.Р.Йомағолов” крәҫтиән-фермер хужалығы районда уңышлы эшләп килгән фермер хужалыҡтарының береһе. Уның етәксеһе Рөстәм Раил улы Йомағолов малсылыҡ тармағын үҫтереү уйы менән элекке М.Ғафури исемендәге колхоздың гараж бинаһын ремонтлап алып, бынан өс йыл элек КФХ төҙөп эш башлағайны. Үҙ эшен асырға йөрьәт итеүселәргә хөкүмәт тә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тора. 2015 йылда “2013-2015 йылдарҙа БР-ҙа яңы эш башлаған фермерҙарға дәүләт ярҙамы маҡсатлы программаһы”нда ҡатнашҡан йәш фермер 1 миллиондан ашыу һум дәүләт ярҙамы (грант) алып, малсылыҡты үҫтереү йүнәлешендә дәртләнеп эшкә тотона.
Алдына ҙур маҡсаттар ҡуйған Рөстәм башта 11 баш тоҡомло һыйыр малы һатып ала. Хәҙер иһә улары үрсеп, 70 башҡа еткән, һауын һыйырҙары 45 баш иҫәпләнә. Яҙҙан көҙгәсә малдарҙы 20 гектар майҙанды биләгән, кәртәләп алынған көтөүлектәрҙә электр көтөүселәр “көтә”.
Малдар ҡышҡы шарттарҙа аҫрауға күсте. Ҡуралар, ялан кәртә тейешенсә ремонтланған, малҡайҙарҙы туҡ ҡышлатыу өсөн аҙыҡ та етерлек күләмдә әҙерләнгән. 100 гектарҙа сабынлыҡ майҙандары (муниципаль ер биләмәһенән) бүлеп алынып, бесәнде ғаиләләре менән бергәләп, төргәкләп әҙерләгәндәр. Йәмғеһе 1500 дана тәшкил иткән төргәкле бесән ферма ихатаһына ташылып, рәт-рәт теҙеп, өйөп ҡуйылған. 45 тонна жом килтерелгән, йәнә 20 тонна ҡайтарырға тейештәр. Мал аҙығы әҙерләүҙә һәм хужалыҡтағы башҡа эштәрҙе атҡарыуҙа үҙ көсө менән һатып алынған трактор һәм башҡа тағылма ҡоролмалары әленән-әле ярҙамға килә.
Әлеге мәлдә һыйырҙар быҙаулай башлаған. Малдарҙы көндәлек туҡландырыу өсөн 6-7 төргәк бесән китһә, жом, ә һыйырҙарға 2,5 килограмм иҫәбенән фураж бирелә.
Көндәлек һауып алынған һөт махсус һыуытҡыста һыуытылып, шешәләргә тултырыла һәм Еҙем-Ҡарандағы шәхси магазиндары аша һатыла, шулай уҡ Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларына, Архангел районы ауылдары сауҙа нөктәләренә оҙатыла.
Еҙем-Ҡаран урта мәктәбен тамамлағас, буласаҡ һөнәре ауыл менән бәйле булыуын күҙаллап, Кушнаренко ауыл хужалығы техникумына уҡырға ингән Р.Йомағолов бәхет эҙләп ситкә сығып китмәй, үҙенең яҙмышын йәнтөйәге менән бәйләүенә бер ҙә үкенмәй. Хеҙмәт юлын М.Ғафури исемендәге колхозда агроном булып башлаған Рөстәм Раил улын хәҙер инде ауыл хужалығы өлкәһендә ҙур тәжрибәгә эйә фермерҙарҙың береһе тип әйтергә мөмкин.