-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Уңғандарыбыҙ
12 Февраль 2019, 13:16

Ауылым тип янып йәшәйҙәр

“Рәхәт булһа ла торған ер, һағындыра тыуған ил”, - тигән бик матур әйтем бар халыҡта. Был һүҙҙәрҙә, ысынлап та, хаҡлыҡ бар. Олоғайған һайын кешелә тыуған яҡҡа тартыу, ерһеү хисе көсәйә. Күптәр үҙҙәре ҡорған донъяларын, күнегелгән мөхитен, йәшәгән урынын ҡалдырып, тыуған яҡтарына ҡайтып, матур итеп туғандары, ауылдаштары менән аралашып йәшәй башлай. Тыуған ер, ауыл хәстәре менән янып, уның киләсәге өсөн борсолоп, башҡаларҙы ла үҙе артынан эйәртеп әүҙем эшкә тотоноусылар ҙа бар, хатта.

Бына шундай бик матур ғаилә йәмле Егән буйында урынлашҡан бәләкәй генә Яңы Ҡарамыш ауылында йәшәй. Йәзилә һәм Риф Ғарифуллиндар ғаиләһе ошо ауылдың ғорурлығы тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Күптән түгел улар иңгә-иң терәшеп бергә ғүмер итеүҙәренең алтын юбилейҙарын ҡаршыланы.

Йәзилә менән Риф бер үк ҡойоноң һыуын эскәндәр, бер үк урмандың еләк-емешен йыйғандар, бер үк һуҡмаҡтарҙан йөрөгәндәр, ауылдағы башланғыс мәктәптә белем алғандар.

Яңғыҙҡайын урта мәктәбен тамамлағас, Йәзилә Стәрлетамаҡ ҡалаһына юллана, хеҙмәт юлын бухгалтер булып башлай, ситтән тороп Өфө финанс техникумында уҡый. Риф иһә Стәрлетамаҡ төҙөлөш техникумында белем ала. Икеһе лә уҡыуға бик һәләтле, әүҙем булалар. Ҡайҙа ғына булһалар ҙа, һәр эштең уртаһында ҡайнайҙар. Икеһе лә сибәр, уңған, бер-береһенә тап килгән мөхәббәтле йәштәр 1969 йылдың 7 февралендә сәстәрен-сәскә бәйләп, Стәрлетамаҡта йәшәй башлай.

Ул ваҡыттарҙан һуң күпме һыуҙар аҡҡан, күпме ваҡиғалар булған. Тормош та бер урында ғына тормай, төрлө үҙгәрештәр ҙә булып ҡына тора. Уҙған быуаттың 70-се йылдарында күп йәштәр Себер тарафтарына юллана. 1978 йылда Ғарифуллиндар ҙа тәүәккәлләп, шул яҡтарға ҡуҙғала. Улар Нижневартовск ҡалаһында төпләнә. Әлбиттә, сит ерҙә һине берәү ҙә ҡолас йәйеп ҡаршыламай. Үҙ ауырлыҡтары, ҡаршылыҡтары ла аҙ булмай. Уларҙы еңергә ир менән ҡатындың тырышлығы, берҙәмлеге, сабырлығы ярҙам итә. Үҙҙәре йәшәгән һәм эшләгән Себер тарафтарында ла улар бик хөрмәтле, абруйлы кешеләр була.

Йәзилә хаҡлы ялға сыҡҡансы яғыулыҡ энергетикаһы тармағында баш бухгалтер булып эшләй, тырыш, ғәҙел хеҙмәте өсөн Яғыулыҡ-энергетика министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә. Риф ғүмер буйы төҙөлөш өлкәһендә эшләп, фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены менән бүләкләнә. Улар икеһе лә Рәсәй Федерацияһының хеҙмәт ветерандары.

Ошо татыу, матур ғаиләнең мөхәббәт емештәре булып ике ҡыҙ бала донъяға килә. Улар ҙа атай-әсәйҙәре кеүек, белемгә ынтылыусан, тырыш, уңған булып үҫә. Оло ҡыҙҙары Светлана, Омск ҡалаһының индустрия институтын тамамлап, ҙур ойошмаларҙың береһендә хәүефһеҙлек бүлеген етәкләй. Ике ҡыҙ үҫтереп, бөгөнгө көндә үҙе лә өләсәй. Бер бүләһе менән бүләсәре бар.

Икенсе ҡыҙҙары Гүзәл, Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, план-иҡтисад бүлеге начальнигы булып эшләй, бер ул, бер ҡыҙ үҫтерә. Йәзилә менән Риф ейән-ейәнсәрҙәре өсөн йән атып тора. Уларҙың йәйге ялға ҡайтыуҙарына иртә яҙҙан уҡ әҙерләнә башлайҙар.

Ғарифуллиндар үҙҙәре төҙөгән теплицаларында ниндәй генә йәшелсә үҫтермәйҙәр, баҡсаларында ниндәй генә емештәр юҡ. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем баҡсалары гөл-сәскәгә күмелә. Был уңған ғаилә – Яңы Ҡарамыштың ғорурлығы тип икеләнмәйенсә әйтеп була.

Улар 2010 йылда тыуған ауылдарына күсеп ҡайтып, йорт һалып инделәр. Ауылдаштары Рифте һис икеләнеүһеҙ Яңы Ҡарамыштың старостаһы итеп һайлап ҡуйҙы. Йәзилә – уның беренсе ярҙамсыһы. Икеһе лә оҫта ойоштороусылар. Үҙәктән йыраҡтараҡ йәшәгәс, халыҡ ниндәй генә һорау менән мөрәжәғәт итмәй ауыл старостаһына. Уларҙың һәр үтенесен хәл итергә тырыша Риф Карам улы.

Ысын мәғәнәһендә ауылдары өсөн янып-көйөп йәшәй улар. Халыҡ араһында абруйҙары ҙур. Бәләкәй генә ауылда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға ҡуйылған һәйкәлде лә Риф үҙе төҙөгән.

Йәзилә Имам ҡыҙы менән Риф Карам улы туғандары өсөн дә йән атып тора.
Ике яҡлап та яҡындарына ярҙам итәләр. Күршеләре лә уларҙың ярҙамын тойоп
йәшәй. Ауылдаштарыңа кәрәк булыуыңды тойоп, улар менән татыу йәшәүгә ни
етә?! Тыуған төйәктәренең йәшәйешенә, киләсәгенә битараф булмаған
ошондай ғаиләләр күберәк булһа, ниндәй яҡшы булыр ине!
Читайте нас: