+4 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Уңғандарыбыҙ
15 Март 2019, 12:18

Тракторсынан уңдыҡ

“Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы буйынса трактор юлларға ниәтләгәндә, был эштең барып сығырына икеләнеүселәр ҙә булғандыр, бәлки. Изге эшебеҙ килеп сыҡты, хатта икенсе йылына уға ҡар таҙарта торған тағылма ла алыуға өлгәштек. Был ғына ла түгел, бер тауыштан уңған тракторсыһын да тәғәйенләнек. Ысынлап та, Фәнүр Әнүәр улы Собханғолов колхоздар гөрләп торған осорҙа уҡ, йәш булыуына ҡарамаҫтан, үҙен тик ыңғай яҡтан ғына танытты.

Бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп үҫкән егет, мәктәпте тамамлағас та әрме сафына саҡырыла. Өс йыл буйына диңгеҙ-океандар гиҙеп, төрлө илдәрҙе күреп, Төньяҡ флотында моряк булып хеҙмәт итеү бәхете тейә Фәнүргә. Әрме сафтарында сынығып ҡайтҡан егет тыуған ауылында төпләнергә ҡарар итә. Тракторсы һөнәренә уҡып ҡайтып, ата-әсәһенә терәк-таяныс булып, колхоз эшенә сума. Үҙенең икенсе яртыһын да ауылда таба. Кәләшенең атаһы ла ауылда тәжрибәле механизатор ине. Өйләнешеп бергә донъя көтә башлауҙарына ла сирек быуаттан ашыу ваҡыт үтеп киткән. Әлеге көндә Рәсилә менән Фәнүр Собханғоловтарҙың ике ҡыҙҙары тормошта үҙ урындарын табып, яратҡан һөнәрҙәре буйынса эшләп йөрөйҙәр. Ә нәҫелде дауам итеүсе улдары әлегә бәләкәс, балалар баҡсаһына ғына йөрөй.

Былтыр ҡыш ҡар яумай инәлтһә, быйыл ваҡытында һәм етерлек яуып ҡына тора, Аллаға шөкөр. Әгәр кистән көн боҙолоп, ҡар яуып йәки буранлап торһа, Фәнүрҙең эш көнө иртәнге 6-нан уҡ башлана. Кешеләр йоҡонан уянғансы урам буйҙары, тыҡрыҡтар йәйәүлеләр генә түгел, машиналар ҙа иркен үтерлек итеп таҙартылған булыуына һөйөнә ауылдаштарыбыҙ. Ауыл советы биләмәһенә ҡараған бөтә ауылдарға ла йөрөргә өлгөрә ул. Үҙенә рәхмәттәр әйтеп, эшендә уңыштар теләп, ҡәнәғәт булып ҡалалар.


Читайте нас: