-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Уңғандарыбыҙ
24 Май 2019, 12:52

Эшҡыуар ғына түгел, бағыусы ла

Районыбыҙҙың Табын ауылында тыуып-үҫеп, ошонда эшмәкәрлек алып барған Илшат Ғөбәйҙулла улы Зәйнетдиновтың эш-ҡыуарлыҡҡа ныҡлап тотоноуына 5 йыл.

1996 йылда мәктәпте тамамлағас, Өфөләге Аграр университетта зоотехник һөнәренә уҡып, юғары белемгә эйә була. 2001 йылда йәш белгес хеҙмәт юлын район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегендә зоотехник булып башлай. Ул бында бер йыл эшләгәс, үҙен эшҡыуарлыҡта һынап ҡарау уйы менән яна башлай, башта күпләп мал баға. Артабан сауҙаға тотона, халыҡтан бойҙай, ҡатнаш аҙыҡҡа заказдар ҡабул итеп, уларҙы адрестар буйынса таратып сыға. Тора-бара ҡатнаш аҙыҡ етештереү ҡоролмаһы һатып алып, Табын ауылындағы элекке ырҙын табағы келәтендә аҙыҡ ҡатнашмаһы етештереү цехы (йылына 200 тонна самаһы ҡатнашма етештерелә) асыуға өлгәшеп, бында бер кешегә эш урыны булдыра. Красноусолда сауҙа нөктәһе асырға йөрьәт итеп, район үҙәге кешеләрен шәкәр, он, мал-тыуар, ҡош-ҡорт өсөн аҙыҡ һәм башҡа кәрәк-яраҡ менән тәьмин итә. Бында ла бер кеше үҙенә эш тапҡан.

Булдыҡлы, аяғында ныҡ баҫып торған эшҡыуар әлеге мәлдә Ерек ауылында магазин төҙөү менән мәшғүл, көҙгә асыу уй-пландары менән йәшәй. Илшат Ғөбәйҙулла улы әйтеүенсә, был универсаль сауҙа нөктәһе буласаҡ, башта аҙыҡ-түлек, артабан төҙөлөш материалдары һәм техникаға запас частар бүлектәре эшләйәсәк.

Тамырҙары менән Ерек ауы-лынан булған И.Зәйнетдинов үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртып, “эш ҡыуып” ҡына ҡалмай, ә Бурлы ауыл биләмәһендә йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашып, һәр йәһәттән бағыусылыҡ ярҙамы ла күрһәтә. Шулар араһында Ерек ауылы зыяратын кәртәләүҙә торбалар һатып алыуға финанс ярҙамы күрһәтә, 2017 йылда ауылда Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына арналған обелис-кыны төҙөтөүҙә Зәйнетдиновтар төп бағыусы була, былтыр изге урын - “Йәй ташы”н тергеҙеү ҙә уның ярҙамынан тыш үтмәй. Эштә генә түгел, тормошта ла һынатмай Илшат. Хәстәрлекле ғаилә башлығы ҡатыны менән өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Эшҡыуар алдына ҙур маҡсаттар ҡуйып йәшәй һәм эшләй.


Читайте нас: