-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Уңғандарыбыҙ
19 Август 2021, 11:55

Ниндәй ихлас, матур йола ул - “Һыу юлы”!

31 июлдә Үтәк ауыл биләмәһенә ҡараған Туғай ауылында үҙенсәлекле “Һыу юлы” байрамы үтте. Ул ауылдың Хәлитовтар нәҫеле башланғысы менән үткәрелде. Бөгөнгө милли йолаларыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ онотолоп барған заманда был йоланы иҫкә төшөрөп, байрам итеп үткәреү хуплауға лайыҡ. Был үҫеп килгән йәш быуынға әхлаҡи тәрбиә биреүҙең мөһим шарты.

Ниндәй ихлас, матур йола ул - “Һыу юлы”!
Ниндәй ихлас, матур йола ул - “Һыу юлы”!

Байрамда ҡалын һәм ишле Хәлитовтар нәҫеленән 8 киленгә үҙҙәренең килен булып төшкәндәге мәлдәрен иҫтәренә төшөрөп, һыу юлы күрһәттеләр. Бөгөн ауылда Хәлитовтарҙың төп – атай йортонда Әлфиә менән Рафаил Хәлитовтар йәшәй. Һыу юлына юлланыу тап ошо йорттан башланды. Килендәргә һыу юлын ғаиләлә иң өлкән килен – Шәрифулла (мәрхүм) Хәлитовтың ҡатыны - Роза Фәхретдин ҡыҙы өлөшөнә төштө. Аллы-гөллө сәскәле, биҙәкле алъяпҡыстар таҡҡан килендәр Рәйсә, Ра-зия, Әлфиә, Зәйтүнә, йәшерәктәр Лиана, Люда, Гүзәл, Гөлназ килен булып төшөп, өлкәндәре һыу башлаған нескә талдай саҡтарын хәтерләп, арттарынан тормош иптәштәре Өлфәт, Ришат, Рафаил, Радик, йәштәр Тимур, Данис, Рәфит, Фәнис, кәләш алған саҡтарындағылай дәртләнешеп, баян-гармунда дәртле көйҙәр уйнап, көйәнтәле килендәр артынан эйәрҙе.
Ауылда йәшәүсе әсәле-уллы Нәжибә әбей һәм улы Камил үҙҙәренең ҡойоһона һыу алырға килгән килендәрҙе ихлас ҡаршыланылар. Килендәр, йола шартына тура килгәнсә, хужаларға, һыу башлатыусыға бүләк биреп, һыу эйәһенең ризалығын алып, теләктәр теләп, ҡойоға баҡыр тәңкәләр һибеп ҡалдырҙылар. Килендәр биҙрәләрендәге һыуҙы сайпылтмай ауыл урамы буйлап ҡайтыу яғына ыңғайланылар. Ауыл кешеләре, бала-саға өйҙәренән сығып, хайран ҡалып, тамаша ҡылды. Юлда осраған һәр кемгә кәнфиттәр тарата-тарата ауыл клубы янына килделәр. Бында уларҙы клуб хеҙмәткәрҙәре һәм мөдире Рәйлә Ғәлиева ҡаршы алып, Гөлназ менән Фәнис Хәлитовтар ҡатнашлығында килен төшөрөү йолаһын күрһәттеләр. Килендәр араһында төрлө күңелле бәйгеләр ойошторолдо, һәр ғаилә музыкаль бүләк тә әҙерләгән. Радик Хәлитовтың үҙе баянда уйнап, моңло итеп йырлауы, Рәфилә Усманованың йырҙары был нәҫелдә йыр-моң яратыусыларҙың күп булыуы хаҡында һөйләй.
Килендәрҙең төп йортҡа һыу алып ҡайтыуын көтөп, ҡапҡа төбөнә бала-саға, күрше-күлән йыйылған. Килендәр алып ҡайтҡан һыу менән самауыр тултырып, тәмле сәй ҡайнатып эскәс, дәртле йыр-моңдар, бейеүҙәр, ҡыҙыҡлы уйындар гөрләне. Һәр кем һоҡланыуын йәшермәй: “Хәлитовтар байрам итә белә!” – тиеште. Был тәңгәлдә инде оҙаҡ йылдар Мораҡ ауылы мәҙәниәт йорто директоры булып эшләп, тәжрибә лә, оҫталыҡ та туплаған Рәфилә Шәрифулла ҡыҙы Усманованың (Хәлитова) ойоштороу һәләтенә һоҡланырға ғына ҡала.
Ауылда тәүгеһенән үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, “Һыу юлы” байрамы бик матур үтте. Ауыл кешеләре ауылдың дан ғаиләһе – Хәлитовтарға онотолоп барған йоланы тергеҙеүҙәре өсөн рәхмәтле булып, бындай үҙенсәлекле сараларҙы йолаға индереп, йыл да үткәрергә кәрәк, тигән теләген еткерҙе.
Тарихи нигеҙҙә барлыҡҡа килеп, быуындан-быуынға тапшырылған ошондай йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе йәштәр ҙә, балалар ҙа күреп, башҡарылған матур күренештәрҙең йола ғына түгеллеген аңлар, ысынбарлыҡта ҡулланыр һәм ауылдарҙа матур йолалар онотолмаҫ.

Ниндәй ихлас, матур йола ул - “Һыу юлы”!
Ниндәй ихлас, матур йола ул - “Һыу юлы”!
Ниндәй ихлас, матур йола ул - “Һыу юлы”!
Ниндәй ихлас, матур йола ул - “Һыу юлы”!
Ниндәй ихлас, матур йола ул - “Һыу юлы”!
Ниндәй ихлас, матур йола ул - “Һыу юлы”!
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: