Уларҙың дуҫлығы Мораҡ башҡорт педагогия училищеһында башлана. Күгәрсен районынан Рәфҡәт һәм Ейәнсура ҡыҙы Миңзилә унда бер йылда уҡырға инә. Улар бер төркөмгә эләгә. Әммә икенсе йылына, училище ябылыу сәбәпле, уҡыуҙы тыуған яҡтарынан алыҫ ятҡан Белоретта дауам итергә тура килә. Бында ла бер төркөмгә эләгәләр, Рәфҡәтте староста итеп һайлайҙар, ә Миңзиләне комсомол ойошмаһы секретары итеп ҡуялар. Һәм икеһе лә йәмәғәт эшенә сумып, дөйөм эшкә курсташтарын да йәлеп итәләр. Төрлө түңәрәктәрҙә, спорт, мәҙәни сараларҙа, өмәләрҙә ҡатнашыу - былар студент тормошоноң бер өлөшө генә. Ял көндәрендә лә улар үҙҙәренә шөғөл таба. Бейеү ансамбленә йөрөгәндә уларҙың икеһенә “Дуҫлыҡ”, “Һыу юлы” кеүек парлы бейеүҙәрҙе һалалар. Былар барыһы ла йәштәрҙе бер-береһенә яҡынайта.
Бына күңелле студент йылдары артта ҡалып, улар ҡулдарына диплом ала. Уларҙың икеһенә лә бер районға - Миәкәгә йүнәлтмә бирәләр. Был осраҡлыҡ булмай, баҡтиһәң, училище дирекцияһында абруй ҡаҙанған Рәфҡәт, оҡшатып йөрөгән ҡыҙына яҡыныраҡ булыр өсөн, быны үҙе һорай. Ул ваҡытта өйләнешеү тураһында һүҙ ҙә булмай. Әммә яҙмыш үҙе үк икеһенә лә Бикҡол 8 йыллыҡ мәктәбенә, хатта бер фатирға эләгергә насип итә. Әсәһенең бер бөртөк кенә балаһы булған Миңзилә үҙенең ҡәҙерле кешеһен – әсәһе Сәбиләне лә үҙенән ҡалдырмай, бергә алып килә. Рәфҡәт Әхмәҙулла улы бында өс ай эшләгәс, Ҡара диңгеҙ флотына әрме хеҙмәтенә алына. Дуҫлашып йөрөгән ҡыҙы уны оҙатып ҡала, хат алышалар.
Миңзилә Ғөбәйҙулла ҡыҙы уҡыу йылын тамамлап, әсәһе менән үҙ районына ҡайта һәм тыуған Абҙаҡ мәктәбендә эшләй башлай. Уҡыған йылдарындағы кеүек үк әүҙемсе һәм йәмәғәтсе була. Бер саҡ шулай агитбригада төркөмөндә улар концерт менән Күгәрсен районына юллана, ә унда уларҙы Рәфҡәттең тыуған ауылы Юлдыбайға ебәрәләр. Ә ул отпускыға ҡайтҡан була, диңгеҙ флоты формаһы кейгән, матур буй-һынлы, һыу һөлөгө кеүек егеттән ҡыҙ ҙа күҙен алмай. Йәштәрҙе яҙмыш тағы бер-береһенә яҡынайтып осраштыра. Һуңынан Рәфҡәт тағы ла хеҙмәт итергә китә, ә Миңзилә уның ҡайтыуын көтөргә вәғәҙә биреп ҡала.
Хәрби һәм сәйәси әҙерлек отличнигы Рәфҡәт Ниғмәтуллин ваҡытынан алда мобилизациялана – ул йылдарҙа бындай наградаға иң яҡшылар ғына лайыҡ була. Был юғары уҡыу йортона инергә мөмкинлек бирә, һәм ул ҡайтыу менән, имтихандарын һәйбәт тапшырып, БДУ-ның тарих факультетына уҡырға инә. 1-се курсты тамамлағандан һуң, хистәренең ныҡлығын һынаған, инде яҡын кешегә әйләнеп бөткән йәштәр өйләнешәләр. Туй өс көн ярым дауам итә. Туйҙан һуң егет ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсергә теләй, әммә ҡыҙ, көндөҙгө бүлектә төплө белем алаһың тип, ҡаршы килә. Рәфҡәт Әхмәҙулла улы хәҙер был мәлде иҫкә төшөрөп: “Ғаилә менән булыу өсөн, үҙемә лә ныҡышмал булып, ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсергә кәрәк булған да бит”, - ти. Тырыш егет кәләше елкәһендә ултырмай, уҡыуы буйынса юғары стипендия ала, ә кистәрен өҫтәмә эштәрҙә эшләй.
Ниғмәтуллиндар уҡыу йылдарын иҫкә төшөргәндә, Белорет районында уҡығанда ни тиклем ауыр булыуын да әсенеү менән һөйләп үттеләр. Юлһыҙлыҡ, ара алыҫлығы арҡаһында уҡыу башынан бер йылға килеп, башлыса айлыҡ стипендияны һуҙып-еткереп йәшәйҙәр. Өйҙән посылкалар ҙа, аҡса ебәреү ҙә булмай. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, улар бирешмәй, уҡыуҙы ташлау уйҙарында ла булмай.
1968 йылда Рәфҡәт Әхмәҙулла улын, уҡытыусылар етмәгәнлектән, уҡыуын тиҙләтеп тамамлатып, районыбыҙҙың Ҡауарҙы мәктәбенә эшкә тәғәйенләйҙәр. Шулай итеп, Ниғмәтуллиндар ғафуриҙар булып китә, быға бер ҡасан да үкенмәйҙәр улар. Йәшәү шарттары насар, мәктәптең бер яғы класс булһа, икенсе яғында үҙҙәре йәшәй. Ауырлыҡтар күп була, әммә улар бер-береһенә ышанғанлыҡтан, бергәләп барыһын да еңә баралар. Ә иң мөһиме - бер-береһен яраталар һәм икенсе яртыһына еңелерәк булһын өсөн нимәлер эшләргә тырышалар. Ысын мосолман ҡатын-ҡыҙы булараҡ, Миңзилә Ғөбәйҙулла ҡыҙы һәр ваҡыт иренең абруйын өҫтөн ҡуйып, уның һүҙен һүҙ итеп йәшәй. Рәфҡәт Әхмәҙулла улы үҙе лә, тәбиғәте буйынса тәрбиәле һәм тәртипле кеше булараҡ, һәр ваҡыт ҡатынына ихтирам менән ҡарай: сәскәләр ҙә бүләк итә, йырҙар бағышлай. Алтын туйҙарында хөрмәтле кейәү ҡунаҡтар алдында кәләшенә алтын биҙәүестәр бүләк итһә, был юлы бриллиантлы йыйылма алып биргән.
Рәфҡәт Әхмәҙулла улының сәнғәткә һөйөүе бала саҡтан килә. Мәктәп йылдарында уҡ гармунда уйнай, сәхнәлә лә сығыш яһай. Ә үҙенең беренсе “Москва” баянын БДУ-ла юғары стипендия алып уҡығанда һатып ала. Уның башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыуы ла күптәрҙе һоҡландыра, шуға күрә төрлө конкурстарҙа призлы урындар яулай.
1986 йылда республикала өлкә партия комитеты секретары тәҡдиме буйынса “Тальян гармун” байрамы ойошторола. Өфөлә уҙғарылған байрамға Рәфҡәт Әхмәҙулла улы, партия райкомының идеология бүлеге етәксеһе булараҡ, райондан 60 тальянсы һәм 120-нән ашыу кешелек коллективты алып барыуҙы ойоштора. Ә үҙе “Буранбай” башҡорт халыҡ йырын башҡара, бының өсөн Башҡортостандың халыҡ артисы Ғ.Әбделмәновтың маҡтауына лайыҡ була, ә партия өлкә комитетының беренсе секретары М.Шакиров “атҡаҙанған” исеменә документтар әҙерләргә ҡуша.
Партия сафына Рәфҡәт Әхмәҙулла улы әрмелә хеҙмәт иткән йылдарында уҡ ҡабул ителә. БДУ-ла курстың беренсел партия ойошмаһын етәкләй. Ҡауарҙы мәктәбенә эшкә килгәс, коммунист Ниғмәтуллинды шунда уҡ партия комитетына яҙып ҡуялар. Һәм бер йылдан һуң район комсомол ойошмаһын етәкләргә саҡыралар. Бында апаруҡ эшләгәс, уны сәйәси-ағартыу кабинеты мөдире итеп һайлап ҡуялар. Ә өй эштәре, балаларҙы тәрбиәләү тулыһынса тиерлек Миңзилә Ғөбәйҙулла ҡыҙының иңенә төшә.
1980-се йылдар аҙағында илдә беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән үҙгәрештәр башлана. Заманалар үҙгәреп, партия тарҡалғас, хаҡлы ялға киткәнсе Рәфҡәт Әхмәҙулла улы балалар шифаханаһында директорҙың уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләй. Һәм был вазифаны 20 йыл тарта, шуларҙың етеһе хаҡлы ялда була.
Миңзилә Ғөбәйҙулла ҡыҙы 40 йылдан ашыу ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлай. Ул оҫта ҡуллы хужабикә лә, кейем-һалымға етешһеҙлек осорҙа бөтә ғаиләһен үҙе бәйләгән әйберҙәр менән кейендерә, һатыу өсөн мамыҡ шәлдәр бәйләй, тегеү машинаһы һатып алып, балалар өсөн кейем һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр тегә, ул бешергән аш-һыу телеңде йоторлоҡ була. Көслө һәм үҙенсәлекле тауыштарға эйә Ниғмәтуллиндар икеһе лә йырға маһир. Әле лә бергәләп йырлап та алалар, илдәге ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһынып торалар, өй тирәһендә лә берәй эш эшләп алалар, ҡул ҡаушырып ултырмайҙар. Рәфҡәт Әхмәҙулла улының ғына күреү һәләте ныҡ ҡаҡшағанлыҡтан, уҡый алмай, телевизор һәм радио тыңлай. Шуға ҡарамаҫтан, баҡсаға сығып ҡарағат йыя, уларҙы тәрбиәләшә. Беҙ барғанда ла пион сәскәләрен ҡырҡып, ҡышҡылыҡҡа әҙерләп йөрөй ине. Улар һәр саҡ тауыҡ аҫрайҙар, ә эре малды һуңғы ун йылда ғына тотмай башлағандар.
Ниғмәтуллиндар туған, дуҫ йәнле, ҡунаҡсыл кешеләр ҙә. 30 йылдан ашыу улар менән Миңзилә апайҙың әсәһе лә бергә йәшәгән, ул балаларын ҡарауҙа ярҙам итеп, йорт тирәһендә ярҙамлашҡан. Миңзилә апай әсәһенән ураҙа тоторға һәм башҡа дини йолаларҙы башҡарырға өйрәнгән. Был ғаилә пары өс балаға – Илдус, Әминә, Илфатҡа ғүмер биреп, матур итеп тәрбиәләп үҫтергәндәр. Өсөһө лә БДУ-ның тарих факультетын тамамлағандар. Тик кесе улдары, уҡыуын ҡыҙыл дипломға тамамлаған Илфат, ҡаты ауырыуҙан һуң 22 йәшендә генә мәрхүм була. Һөйөклө ейәнсәрҙәре Зөлфиә Ниғмәтуллиндарҙың йәшәү мәғәнәһе булып тора. Әле бер йәшлек Булат бүләрҙәрен һөйөп, һөйләп туя алмайҙар.
“Алтмыш йыл алтмыш көндәй ҙә булманы, һә тигәнсе үткән дә киткән. Ғаилә тормошонда бер-береңде ҡәҙерләү, сабырлыҡ, күндәмлек кәрәк”, - ти улар. Бер-береһенә ихтирам, наҙ тулы ҡараш һалып ултырған был парҙарҙан күңел йылыһы, ниндәйҙер яҡтылыҡ бөркөлгәндәй. Алда ла тиңлек-тигеҙлектә, иҫәнлек-именлектә, бәрәкәтле ғүмер кисерергә яҙһын, йортоғоҙҙан моң ағымы тынмаһын.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.