+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмай

2014 йылда Башҡортостанда Урындағы башланғыстарҙы яҡлау (ППМИ) программаһы буйынса пилот проект булдырылғайны. Уның башҡа программаларҙан айырмаһы шунда – халыҡтың ниндәйҙер проблеманы хәл итеүгә үҙе башлап инициатива күрһәтеүе һәм урындағы хакимиәт, эшҡыуарҙар менән тығыҙ бәйләнештә булып, хеҙмәттәшлек итеүе. Программаға эләгеү шарттары буйынса, иң башта инициатив төркөм төҙөлөп, дөйөм йыйылыштағы фотолар, протокол һәм башҡа кәрәкле документтар тейешле урынға ебәрелә. Мәғлүм булыуынса, башланған проектты тормошҡа ашырыу өсөн республика ҡаҙнаһынан бүленгән аҡсаға ауыл халҡы һәм бағыусылар үҙ өлөшөн өҫтәй, шуға күрә инициа-тив төркөм ағзаларының кешеләр араһында аңлатыу эше алып барыуы ла мөһим. Бүленгән аҡса күләме 1 миллион һумдан артмаҫҡа һәм проект бер йыл эсендә тормошҡа ашырылырға тейеш.

Имәндәш ауылы биләмәһе башлығы Әхнәф Ноғайғолов өр-яңы  "МТЗ" тракторы асҡысын Фәнүр Собханғоловҡа тапшырҙы.
Имәндәш ауылы биләмәһе башлығы Әхнәф Ноғайғолов өр-яңы "МТЗ" тракторы асҡысын Фәнүр Собханғоловҡа тапшырҙы.

Был программанан беҙҙең район да ситтә ҡалманы, икенсе йыл инде уны тормошҡа ашырыу йәһәтенән әүҙем эш алып барыла: юлдар йүнәтелә, ауылдар эсәр һыу менән тәьмин ителә, балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөлә, урамдар яҡтыртыла, техника алына. Программаның быйылғыһында 12 ауыл биләмәһе үҙ проекты менән ҡатнашып, 5-һе еңеп сыҡты.

Шуларҙың береһе – Имәндәш ауыл биләмәһе. Ағымдағы йыл башында ауыл биләмәһе халҡы дөйөм йыйылышта бер тауыштан Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашырға хәл итеп, тәгәрмәсле “МТЗ” тракторы һатып алырға кәрәк, тигән ҡарарға килгәйне. Имәндәш ауылы старостаһы Марат Ибраһимов етәкселегендә Илфат Үтәгәнов, Салауат Түзбәков, Илдар Мәхмүтов, Рәзилә Зөбәйҙуллина, Мөнирә Рәшитованан торған инициатив төркөм дә һайлап ҡуйҙылар. Улар халыҡтан аҡса йыйыуҙа яуаплылар булып торҙо. Шулай уҡ ауыл старосталары Рафаил Йомағолов (Тайыш) һәм Сергей Ильин (Некрасовка) әүҙемлектәре менән айырылған. Ниһайәт, теләктәре ҡабул булды, алда телгә алынған программаға ярашлы, ойоштороу эштәрен тейешле кимәлдә үткәреү, инициатив төркөмдөң ныҡышмалылығы, һәм, әлбиттә халыҡтың әүҙемлеге республика конкурсында еңеп сығырға булышлыҡ итте. Имәндәш ауыл биләмәһе хакимиәтенең, халыҡтың көсө, бағыусылар ярҙамы менән тейешле сумма йыйылып, өр-яңы тейәү-бушатыу ҡоролмалы “МТЗ” тракторы (дөйөм суммаһы 1 миллион 400 мең һум) һатып алдылар.

Трактор алып ҡайтылғас, 20 октябрҙә был техниканы презентациялау тантанаһы булып үтте. Унда ауыл кешеләре һәм мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Бына ҡыҙыл таҫма киҫелде һәм Имәндәш ауыл биләмәһе башлығы Әхнәф Ноғайғолов яңы трактор асҡысын Фәнүр Собханғоловҡа тапшырҙы. Тракторҙы ҡыш көнө ауыл урамдарын ҡарҙан таҙартыуҙа файҙаланыу (әле үҙҙәре эшләгән ҡар көрәгестәре бар, киләсәктә яңыһын алырға планлаштыралар), ә йәйгеһен сүп-сар йыйып түгеү һәм башҡа төҙөкләндереү эштәренә йәлеп ителәсәген билдәләп үтте Әхнәф Әхиәр улы. Ул халыҡҡа әүҙемлектәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

- Бөгөн шатлығыбыҙҙың сиге юҡ, дөйөм тырышлыҡ менән өр-яңы тракторлы булдыҡ, - тине һөйөнөсө менән уртаҡлашып биләмә башлығы Ә.Ноғайғолов. – Депутаттарҙың, старосталарҙың, Имәндәш мәктәбенең ярҙамы ҙур булды. Хөкүмәтебеҙгә, район хакимиәтенә, айырыуса район хакимиәте башлығының иҡтисад һәм финанс буйынса урынбаҫары С.Р. Ғөбәйҙуллинаға (уның ярҙамы менән программала ҡатнашыу хоҡуғына эйә булдыҡ һәм еңеү яулап, финанс ярҙамы алдыҡ) рәхмәтлебеҙ, - тине ул.

Ысынлап та, ауыл биләмәһенә трактор һатып алыуҙа бар халыҡ ҡатнашҡан. Программа буйынса ҡаралған өлөшләтә финанслау кәрәклеген барыһы ла ыңғай ҡабул итеп, 9 ауылдан 150 мең һум аҡса йыйылған. 150 мең һумы – ауыл биләмәһе аҡсаһы. Биләмә ерҙәрен ҡуртымға алып эшләгән “Урожай” ЯСЙ-е крәҫтиән хужалығы етәксеһе Нәжип Мәжит улы Хисаметдинов та дөйөм сығымды ҡаплауға үҙ өлөшөн индергән – бағыусылыҡ ярҙамы йөҙөнән 85 мең һум аҡса биргән. Ра-йон Советы депутаты Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов та ситтә ҡалмаған, ул һәм умартасылыҡ менән шөғөлләнгән Рөстәм Әбдрәхимов, ерҙәрҙе ҡуртымға алған Камил Усманов, Мансур Латипов - 5-әр мең һум, шулай уҡ Имәндәш һәм Ҡарағай мәктәптәре директорҙары Рәсих Муллашев, Хәлит Әбүзәров (элеккеһе), ауылдың ҡоролтай башлығы, ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, депутаттар, старосталар – 1-әр мең һум аҡса индергән. Трактор хаҡының ҡалған өлөшө, йәғни

1 миллион һум – дәүләттән бүленгән аҡса.

Тантаналы өлөштән һуң, сара ауыл клубында дауам итте. Ағинәйҙәр, һәүәҫкәрҙәр йыйылыусылар алдында концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Бындай шатлыҡлы байрамдарҙың һуңғыһы булмаҫын теләп таралышты унда ҡатнашыусылар.

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында халыҡтың үҙ инициативаһы менән ҡатнашыуы социаль инфраструктура объекттарын үҫтереү менән генә түгел, ә уртаҡ төҙөлгән объектҡа, шулай уҡ техникаға һаҡсыл ҡараш тыуҙырыуы менән дә файҙалы буласаҡ.
Читайте нас: