21 декабрҙә Красноусол ауылы халҡы өсөн 2018 йылға Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһының йомғаҡлау йыйылышы үтте. Уның эшендә ра-
йон, ауыл хакимиәттәре, башҡа ойошма-предприятиелар хеҙмәткәрҙәре, эшҡыуарҙар, өлкән класс уҡыусылары, ауыл халҡы – бөтәһе 421 кеше ҡатнашты.
Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Р.З.Мөхәмәҙиева йыйылышты асып, көн тәртибен уҡып ишеттерҙе. Республикала Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһының барышы тураһында сығыш яһап, уның 2014 йылда бер нисә районда, 2016-нан бөтә респуб-ликала эшләй башлауын әйтте.
- Был программа ирекле, шуға күрә унда ҡатнашырғамы, юҡмы – халыҡ үҙе хәл итә. Проект һәр ауыл биләмәһе үҙе билдәләгән (һыу, яҡтылыҡ үткәреү, юлдар, ҙур булмаған күперҙәр, балалар майҙансыҡтары һ.б.) проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтелә. Рәсәй Федерацияһында был проектты беҙҙең республика беренсе булып тормошҡа ашыра башланы. Был проектта ҡатнашырға теләүсе ауыл биләмәләре конкурс нигеҙендә һайлап алына, еңеүселәрҙең һәр береһенә республика бюджетынан 1 млн һумға тиклем субсидия бүленә. Конкурста еңеп сығыр өсөн 2 шартты үтәү мөһим – беренсенән, биләмә халҡының проектты әҙерләүҙә һәм тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашлығы, икенсенән, программаға өҫтәмә финанстар (халыҡтан, бағыусыларҙан, урындағы бюджеттан) йәлеп итеү. Район был проект-та 2016, 2017 йылдарҙа ҡатнашып, “Йәшлек” паркын төҙөкләндерҙе. Быға тиклем ташландыҡ хәлдәге парктағы эштәрҙе 3 подрядсы ойошма – “Тепловодоснабжение” МУП-ы (йәйге эстраданы яҡтыртыу, бейеү майҙансығын монтажлауға 456 567 һум), юл төҙөү-ремонтлау идаралығы (стадионға тиклем асфальт һалыу, бейеү майҙансығын төҙөкләндереүгә 967986 һум) һәм ШЭ Ҡунафин (балалар майҙансығы - 275501 һум) башҡарҙы.
2017 йылдағы 1700 мең һумлыҡ заявкаға паркты төҙөкләндереү дауам итте – яңы ҡапҡа, вывеска ҡуйылды, һуҡмаҡтарға ҡырсынташ түшәлде, кирбестән бәҙрәфтәр эшләнде, 2 ҡатлы өҫтө ябыҡ (6 дана) һәм асыҡ эскәмйәләр (14 дана), сүп-сар өсөн 20 һауыт, видеокүҙәтеү ҡоролмаһы урынлаштырылды. Бынан тыш, 3 кешегә эш урыны булдырылды. Парк-ты төҙөкләндереү эштәре тулыһынса тамамланды. Ниһайәт, Красноусолда мәҙәни-спорт саралары үткәреү, халыҡтың ялын ойоштороу өсөн уңайлы, матур урын барлыҡҡа килде. Тик уны ошо хәлдә һаҡларға ғына кәрәк, - тине биләмә башлығы Р.З.Мөхәмәҙиева һәм 2018 йылда был проектта ҡатнашыу өсөн тауыш бирергә тәҡдим итте. Уны йыйылышта ҡатнашыусылар бер тауыштан хуплап ҡаршы алды. Ауыл хакимиәтенең төрлө предприятие-ойошмаларҙа үткәргән осрашыуҙарҙа әйтелгән тәҡдимдәр араһында күпселек тауыш биләмәгә яңы трактор алыуға бирелгән, тине биләмә башлығы һәм залдағыларҙың фекере менән ҡыҙыҡһынды. Сығыш яһаусылар был тәҡдимде яҡлауҙарын белдерҙе. Шулай итеп, күпселек та-уыш менән киләһе йылдағы программала ҡатнашып, Красноусол ауыл биләмәһе өсөн 1 млн 645 мең һумлыҡ “МТЗ” тракторы алырға ҡарар ителде. Йыйылышта өҫтәмә финанстарҙың 300 мең һумын урындағы бюджеттан, 200 меңен бағыусыларҙан һәм 145 мең һумын халыҡтан йыйырға тигән тәҡдим индерелде һәм бер тауыштан хупланды.
Һуңғы көн тәртибендә инициатив төркөм һайлау ҡаралды. Халыҡ араһынан алдағы йылдарҙа эшләгән төркөмдө ҡалдырайыҡ, тигән тәҡдим булды. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашыуҙа ауыл хакимиәтенә бар яҡлап та ярҙам итеү өсөн А.С.Рудкевич, Г.В.Ҡаҙаҡҡолова, С.И.Фомина, Д.В.Ҡунафин, Ф.Ә.Йәнешева, С.О.Афанасьев, Р.Р.Монасипов, В.А.Безовчук, Э.Ә.Мөлөкова составындағы төркөм ҡалдырылды. Ошоноң менән йыйылыш үҙ эшен тамамланы.