Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы районда уңышлы ғәмәлгә ашырыла. Ике йыл рәттән был программала биш ауыл биләмәһе еңеп сығып, үҙҙәрендәге проблемаларҙы өлөшләтә хәл итә алдылар.
Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе лә был программала ҡатнашырға булды һәм ауылдарҙа сходтар уҙғарылып, нимә алырға йә иһә эшләргә кәрәклеге тикшерелде. Ауыл халҡының фекере буйынса бер нисә вариант тәҡдим ителде. Улар араһында Баҫырмалы күперен ремонтлау, Еҙем-Ҡаран урта мәктәбе биләмәһен яңыртып ҡоймалау һәм ауыл биләмәһенә трактор һатып алыу тәҡдимдәре индерелде.
Декабрь аҙағында Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе халҡының ошо мәсьәлә буйынса дөйөм йыйылышы Үзбәк ауыл мәҙәниәт йортонда үтте. Уның эшендә район Советы секретары Римма Зверева, Советтың ойоштороу эштәрен тәьмин итеүсе белгесе Марсель Йәнмырҙин һәм барлығы 90 кеше ҡатнашты. Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башлығы Нурсилә Хәсәнова йыйылыуҙың маҡсатын аңлатып үтте. Римма Ишмырҙа ҡыҙы урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы менән яҡындан таныштырҙы.
Артабан фекер алышыуҙар башланды. Үзбәк мәктәбе уҡытыусыһы Илшат Шәрипов: “Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе 12 ауылды берләштерә һәм районда иң ҙурҙарҙан иҫәпләнә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ауыл биләмәһенең үҙ тракторы юҡ. Трактор булғанда ҡыш көнө ауыл урамдарын ҡарҙан таҙартыу эше яйланыр ине. Йәй көндәрендә тракторҙы төҙөкләндереү эштәренә йәлеп итеп буласаҡ. Ошо программала ҡатнашайыҡ һәм трактор һатып алайыҡ”, - тине. Уның һүҙҙәрен Үзбәк ауылы старостаһы Фәрғәт Ғәлин күтәреп алды һәм аныҡ дәлилдәр килтереп, ауыл биләмәһенә трактор кәрәклеген билдәләне. Үзбәк мәктәбе директоры Айгөл Ғәбдиева, ауылдың ветерандары исеменән Йомабикә Бәшәрова, ауыл мәҙәниәт йортоноң баш художество етәксеһе Флүрә Ғәзизова, ауыл Советы депутаты Марс Рафиҡов трактор һатып алыу кәрәклеген яҡлап сығыш яһанылар. 1 миллион 450 мең һумлыҡ трактор һатып алыу өсөн 250 мең һум аҡсаны халыҡтан йыйыу талап ителә. Сығымдың төп өлөшөн – 1 миллион һум аҡсаны республика бюджеты бүлә. Ҡалған сумманы бағыусыларҙан һәм ауыл биләмәһе бюджетынан йәлеп итеү ҡаралған. Йыйылышта һәр йорттан 400-әр һум аҡса йыйырға ҡарар ителде һәм инициатив төркөм төҙөлдө. Был эште башҡарып сығыуға Фәрғәт Ғәлин, Флүрә Ғәзизова, Ринат Ғәйнуллин һайлап ҡуйылды. Йыйылыш барышында уҡ Ринат Ғәйнуллин был маҡсатҡа 5 мең һум аҡса бирәсәген белдерҙе. Уның тәҡдименә 1-әр мең һум аҡса бирергә теләүселәр ҙә ҡушылды. Шулай итеп, Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе халҡы бер тауыштан трактор һатып алырға тигән ҡарарға килде.