+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Күмәк эш һөҙөмтәһе

Республика көнөнә арналған тантаналы сара Имәндәш ауыл биләмәһе халҡы өсөн икеләтә, өсләтә байрамға әйләнде. Икенсе йыл рәттән “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында ҡатнашып, былтыр алы нған “МТЗ-82” тракторына быйыл ҡар таҙартҡыс ҡоролма – “Ураган” роторы алыуға өлгәшкәндәр. Шулай уҡ Имәндәш ауыл мәҙәниәт йортон төҙөкләндереү буйынса ла ҙур эш башҡарылған.

Көн ямғырлы, болоҡһоу булыуға ҡарамаҫтан, Имәндәш ауылы халҡы өр-яңы ҡоролманы таҡҡан трактор ултырған клуб алдында йыйылды. Кисәгә ауылдың имам-хатибы Салауат хәҙрәт фатиха биреп үткәндән һуң, ауыл хакимиәте башлығы Әхнәф Әхиәр улы Ноғайғолов сығыш яһап, барыһын да байрам менән ҡотланы.

- Бөгөн һеҙгә төҙөкләндереүҙән һуң матурланып, нурланып киткән мәҙәниәт усағын тапшырабыҙ, - тине ул йыйылған халыҡҡа. – Бында 2 йыл буйы ремонт барҙы – тәүге йылында “Аныҡ эштәр” программаһы буйынса 300 мең һумға төҙөлөш материалдары алып үҙ көсөбөҙ менән ҡыйығын яңыртып яптыҡ. Быйыл район бюджетынан бүленгән 300 мең һум аҡсаға иһә туҙып, тишелеп бөткән иҙәндәрҙе, өҫкә ҡойолоп торған түшәмдәрҙе алыштырҙыҡ. Шулай уҡ район ярҙамы менән 3 тимер ишек, йомшаҡ ултырғыстар, сәхнә шаршауҙары алдыҡ. Ауыл халҡы исеменән район хакимиәте башлығы Рәмил Зәкәриә улы Бохаровҡа, уның финанс мәсьәләләре бу-йынса урынбаҫары Светлана Рәшит ҡыҙы Ғөбәйҙуллинаға, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Елена Викторовна Соколоваға оло рәхмәт һүҙҙәре еткерәм. Ремонт эштәрен башҡарыуҙа үҙ ваҡыттары менән иҫәпләшмәй эшләгән Рамаҙан Мәхмүтов, Фәнзил Собханғолов, Фәнүр Собханғолов, Айытбай Зәйнешев, Ғәйәр Яҡупов, Динар Үтәгәнов, Ринат Ибраһимов, Флүс Шәрәфетдинов, Рүзил Зәйнетдиновҡа рәхмәтлебеҙ. Ә инде ауыл халҡын клуб йыһаздарына һаҡсыл булырға саҡырам. Клубта эшләйһе эштәр бының менән генә туҡталмаясаҡ – стеналарҙы, тәҙрәләрҙе, кәртәләрҙе яңыртаһы бар әле. Барыбыҙға ла рухи аҙыҡ, күтәренке кәйеф биреп торған мәҙәниәт усағының эше тағы ла йәнлерәк булыр, тип ышанам.

Ауыл биләмәһе башлығы тағы ла бер шатлыҡлы яңылыҡ – ҡар таҙартыу ҡоролмаһы-ротор алыу тураһында ла һөйләп үтте. 570 мең һумлыҡ был ҡоролманы алыу өсөн ауыл хакимиәте 150 мең һум, ауыл халҡынан – 64 мең һум, бағыусылар Нәжип Хисаметдинов - 21 мең һум, Айрат Ҡунафин, Азамат Ибәтуллин – 10-ар мең һум, Әхмәт Аҫылбәков, Рөстәм Әбдрәхимов, Фаил Зәйнетдинов 5-әр мең һум, Әлфир Исхаҡов 3 мең һум, ауыл Советы депутаттары һәм магазин тотоусыларҙан 1-әр мең һум йыйылһа, ҡалған сумманы хөкүмәт биргән. Хәҙер тракторға арба алаһы ғына ҡалған, быйыл 100 мең һумлыҡ көрәгес алғандар.

Үҙ сығышында икенсе йылда ла “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында ҡатнашырға иҫәп тотоуҙарын да әйтеп үтте Әхнәф Әхиәр улы. Биләмәлә йәшәүсе халыҡ өсөн үтә лә кәрәкле булған янғын һүндереү машинаһы алырға икән уйҙары. Йыйылған халыҡтың күпселеге ошо тәҡдимгә үҙ тауышын бирҙе.
Читайте нас: