Йыйылышҡа халыҡ дәррәү килде. Тәүҙә һәүәҫкәр артистар ауыл хужалығы эшсәндәрен ҡотлап матур концерт күрһәтте. Артабан халыҡ алдында Табын ауыл биләмәһе башлығы Андрей Владимирович Аверьянов сығыш яһап, биләмәләге хәл-торош, проблемалар тураһында һөйләне. Мөһим мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкинлек биреүсе Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы хаҡында мәғлүмәт еткерҙе.
- Бөгөнгө көндә биләмәлә һыу үткәргестәр, янғын хәүефһеҙлеге, урамдарҙы яҡтыртыу, балалар майҙансыҡтары булдырыу, сүп-сар йыйыу, биләмәне йәшелләндереү, ҡар таҙартыу һәм башҡа хәл итәһе мәсьәләләр бар. Республика хөкүмәте биргән мөмкинселектән файҙаланып, ошо программала ҡатнашырға саҡырам, - тине биләмә башлығы. Йыйылған халыҡ араһынан бер нисә кеше тәгәрмәсле “МТЗ” тракторы һатып алайыҡ тигән тәҡдим менән сығыш яһаны. “Ҡарлы-буранлы ҡыш миҙгелендә юлдарыбыҙ таҙа булһын, йәйәүлеләр ҙә, машиналылар ҙа тотҡарлыҡһыҙ йөрөһөн тигән маҡсатта трактор алырға кәрәктер тип уйлайым. Уны башҡа хужалыҡ эштәренә лә тотоноп булыр ине”, - тине Рифҡәт Әхмәҙулла улы Фәйзуллин. Ғәлиә Ғәли ҡыҙы Рахманғолова, ауыл старостаһы Фәүзиә Ғәлим ҡыҙы Ҡотлогилдина ла ошо тәҡдимде хуплауҙарын белдерҙе. Сығыш яһаусыларҙы тыңлағандан һуң, тауыш биреү булды. Йыйылған халыҡ бер тауыштан трактор алыуҙы яҡлап сыҡты.
Биләмә башлығы А.В.Аверьянов проектҡа кергән осраҡта 1 миллион 400 мең һумлыҡ трактор алыу өсөн республика хөкүмәтенән бүленгән 1 миллион һумға халыҡтан, бағыусыларҙан һәм ауыл хакимиәтенән 150-шәр мең һум аҡса йыйылырға һәм программа 1 йыл эсендә тормошҡа ашырылырға тейеш, тине. Халыҡ араһында эш алып барыу өсөн 16 кешенән торған инициатив төркөм һайланды, һәр ихатанан 500-әр һум аҡса йыйырға ҡарар ителде. Йыйылышта тракторҙан артып ҡалған аҡсаны өҫтәлмә ҡоролмалар алыуға тотонорға тигән тәҡдим күпселек халыҡта яҡлау тапты.