-Беҙ был “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында дүртенсе тапҡыр ҡатнашып ҡарарға уйлашабыҙ. Тәүге тапҡыр беҙ конкурстан үтә алмағайныҡ, быныһы үҙебеҙҙе һынап ҡарау ғына булғайны, икенсеһендә еңеп сығып Бурлы ауыл клубын ремонтланыҡ, уҙған йылда беҙ янғын депоһын ремонтлауҙы күҙ уңында тотҡайныҡ, әммә ниндәйҙер яңылышлыҡ килеп сығып, йәнә конкурстан үтә алманыҡ. Ошо дөйөм йыйылышта хәл итеүҙе талап иткән был киҫкен мәсьәлә тауыш биреү аша асыҡланырға тейеш. Бурлы ауылында 612 кеше йәшәп, барлығы 190 хужалыҡ иҫәпләнә. Беҙгә дәүләт аҡсалата ярҙам күрһәтә икән, мөмкинлектән файҙаланып ҡалырға кәрәк, - тине Азат Кәшәфетдин улы һәм Проектты финанслауҙың түбәндәге нисбәте күҙәтелеүе мотлаҡ шарт булып тороуын әйтеп үтте. Һәм Проект-ты финанслауҙың сығанаҡтарын – Башҡортостан Республикаһы бюджетынан 820 мең һум бүленһә, урындағы бюджеттан, халыҡтан, бағыусыларҙан, йәғни бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан күпме аҡса йыйырға кәрәклеге хаҡында аңлатып үтте. Проект хаҡының иң күбе урындағы бюджеттан, 560 мең һум, 92 мең һумы – ауыл биләмәһенән, халыҡтан һәм бағыусыларҙан 84-әр мең һум һәм бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан йыйылырға тейешлеген билдәләп үтте биләмә башлығы. Шулай уҡ аҡсалата булмаған фонд хаҡында ла аңлатма бирҙе.
А.К.Хәйретдинов был программала ҡатнашыу көнүҙәк мәсьәлә икәнлеген әйтеп, халыҡты әүҙемерәк булырға саҡырҙы, кемдең ниндәй тәҡдиме булы-уын һораны. Бер нисә кеше был тәҡдимде хуплап сығыш яһаны.
Тәҡдимдәр тауышҡа ҡуйылды. Шулай итеп, “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” Проекты аҡсаһын янғын депоһын капиталь ремонтҡа йүнәлтергә” тигән ҡарар бер тауыштан хуплап ҡабул ителде.
Халыҡтан күпме аҡса йыйыу мәсьәләһе лә хәл ителде, биләмә башлығы һәр бер ихатанан 450-шәр һум аҡса йыйыу тәҡдимен еткерҙе, ә йыйылышта ҡатнашыусылар уны түңәрәкләп 500-әр һум йыйырға тигән ҡарарға килде. 2019 йылға планлаштырылған янғын һүндереү автомашинаһы өсөн депоны капиталь ремонт уҙғарыу буйынса проектта еңеп сыға ҡалһалар, уға смета төҙөләсәге һәм йыйылған аҡса артып ҡалған осраҡта бинаға һыу үткәреү мәсьәләһе лә хәл ителәсәге билдәләнде. 9 кешенән торған инициатив төркөм төҙөлдө.
Йыйылыш һуңында ауылдың шағирәһе Вера Вәлиеваның “Урындағы башланғыстарҙы яҡлауға” арнап ижад иткән шиғыры уҡып ишеттерелде. Биләмә башлығы уға һәм Бурлы ауылы балалар баҡсаһына Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Бурлы ауылы старостаһы ла һайланды. Артабан был вазифаны Рәшит Нурислам улы Яҡупов башҡарасаҡ.
Бурлыларға проекттарының еңеп сығыуын теләйбеҙ.