+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Быйыл да ҡатнашабыҙ

Районыбыҙҙа 2019 йылға «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһына ҡушылыу өсөн саралар үткәрелә башланы.

Беҙҙең Аҡкүл ауыл советы ауыл биләмәһе был проекттар конкурсында йыл да ҡатнашып килә. 2016 йылда Аҡкүл ауыл мәҙәниәт йортон матди һәм техник йыһазландырыуға Башҡортостан Республикаһы бюджетынан 1 миллион һум аҡса алыуға өлгәштек. Бында халыҡтың индергән өлөшө 184 мең һум, бағыусыларҙыҡы 50 мең һум тәшкил итте. Тупланған аҡсаға сәхнә кейемдәре, музыка ҡоралдары, кәрәкле мебель һәм башҡа күп нәмә һатып алынды.

Былтыр ошо Программа ярҙамында ҡар таҙартыу техникаһы һатып алырға теләгәйнек, әммә балдар етмәү сәбәпле, конкурстан үтә алманыҡ.

Быйыл, ауыл Советы депутаттары, ауылдарҙың старосталары менән алдан йыйылып һөйләшкәндән һуң, проектта тағы ла ҡатнашырға хәл иттек. Ауыл биләмәһенә ҡар таҙартыу ҡулайламаһы бик кәрәк, ә тракторыбыҙ бар инде. 2016-2017 йылдар ҡышы һауа торошоноң ниндәй була алыуын бик яҡшы күрһәтте. Булған хаталарҙы барлап, быйыл тағы ла ҡатнашып ҡарарға булдыҡ.

12 октябрҙә Аҡкүл ауылы клубында үткән йомғаҡлау йыйылышында халыҡ, бағыусылар һәм хакимиәт өсөн аҡсалата һәм аҡсалата булмаған иғәнә күләмен билдәләнек, былар проектты бойомға ашырыуҙы инициатив бюджетлауҙың шарты һәм ҡалған сумманы рес-публика бюджетынан бүлеүгә нигеҙ булып тора. Урындағы кимәлдә ни ҡәҙәр күберәк йыя алһаҡ, конкурста еңеүгә ышаныс та шунса ҙур.

Конкурс документацияһын әҙерләү, аҡса йыйыу, техника һатып алыуҙы контролдә тотоу менән шөғөлләнәсәк әүҙем, ойоштороу һәләтле кешеләрҙән инициатив төркөм төҙөнөк.

Был юлы уңыш йылмайыр һәм ауыл биләмәһе ниәтләгән техниканы һатып ала алыр тип өмөт итәбеҙ. Ә ауыл биләмәһенең барлыҡ кешеләрен «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы - 2019»ҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ!
Читайте нас: