Бөгөнгө көндә ауыл халҡын борсоған тағы бер мәсьәлә – ул мәҙәниәт йорто. Ауыл мәҙәниәт йорто 1976 йылда асыла һәм шул йылдарҙан алып бөгөнгө көнгә тик-лем бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт үткәрелмәгән. “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының “Аныҡ эштәр” проекты ярҙамы менән мәҙәниәт йортоноң ҡыйығы, алғы яғы ремонтланды, йылытыу системаһы яңыртылды. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир-ауылдаштарҙың исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында обелиск яңыртылды һәм грим бүлмәһендә тәҙрәләр, ишектәр алыштырылды. Шулай ҙа мәҙәниәт йортоноң матди базаһы бик ярлы. Бөгөнгө көндә балаларҙың, йәштәрҙең, өлкән быуын кешеләренең ялын ойоштороу өсөн шарттар юҡ. Бының өсөн киноэкран, видеопроектор, ноутбук, теннис, шахмат-шашка өҫтәл уйындары – көнүҙәк кәрәк әйберҙәр. Сәхнә кос-тюмдары юҡ дәрәжәһендә, ә балалар өсөн костюмдар бик иҫке.
Беҙҙең мәҙәниәт йортонда бөгөнгө көндә балалар һәм ололар өсөн төрлө түңәрәктәр эшләй. Унда төрлө байрам саралары, осрашыуҙар, кисәләр, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, “Шәжәрә” байрамдары, йәштәр өсөн дискотекалар уҙғарыла. Бына 15 йылдан артыҡ инде мәҙәниәт йортонда “Мираҫ” халыҡ театры эшләп килә. Үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә һәм халыҡ театрында ауылыбыҙҙың төрлө һөнәр кешеләре, хаҡлы ялдағылар теләп ҡатнаша. Ауылыбыҙҙа һуңғы йылдарҙа ҡаланан ҡайтып, яңы өйҙәр һалып йәш ғаиләләр төпләнә. Был бик ҡыуаныслы хәл, тимәк, ауыл йәшәрә, ә йәштәр өсөн ял итеү урыны ул, әлбиттә, мәҙәниәт йорто.
Беҙ, Яңғыҙҡайын ауылы йәштәре һәм халҡы был программала еңеп сығырбыҙ, тип ышанабыҙ һәм яҡын киләсәктә мәҙәниәт йорто заманса ял итеү урынына әйләнеренә өмөтләнәбеҙ.